Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Октябрь 2023, 17:21

Өфө ҡатын-ҡыҙҙар боксы буйынса Рәсәй чемпионатын ҡабул итә

3-нән 12 ноябргә тиклем республиканың баш ҡалаһында ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса Рәсәй чемпионаты үтәсәк.

Өфө ҡатын-ҡыҙҙар боксы буйынса Рәсәй чемпионатын ҡабул итә
Өфө ҡатын-ҡыҙҙар боксы буйынса Рәсәй чемпионатын ҡабул итә

Ярыштарҙы үткәреү өсөн майҙансыҡ булып Р. Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәге тора. Асыу тантанаһы 4 ноябргә, финал алыштары һәм бүләкләү тантанаһы 11 ноябргә планлаштырылған. Беҙгә илдең 49 төбәгенән 12 ауырлыҡ категорияһында көрәшкән ике йөҙҙән ашыу спортсы килеүе көтөлә.

- Бокс республика өсөн төп спорт төрө булып тора. Системалы рәүештә 9 мең кеше шөғөлләнә, профессиональ рәүештә дүрт меңдән ашыу. 13 спортсы Рәсәй йыйылма командаһы составына индерелгән. Шул уҡ ваҡытта төбәктә боксҡа ҡыҙыҡһыныу арта бара, - тип хәбәр итте Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ярыштарҙы ҡабул итеүгә әҙерлек мәсьәләләре тикшерелгән кәңәшмәлә.

2017 йылдан 2022 йылға тиклем республикала Рәсәйҙең спорт мастерлығына 400-ҙән ашыу кандидат, Рәсәйҙең 23 спорт мастеры, ике халыҡ-ара класлы спорт мастеры әҙерләнгән, ә теүәл бер йыл элек бөтә Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса Рәсәйҙең беренсе чемпионы Азалия Әминеваны тәбрикләүен ул хәтергә төшөрҙө.

- Беҙ Өфөлә ошондай кимәлдәге чемпионат үткәрергә әҙер булыуыбыҙҙы аңланыҡ, инициатива менән сығыш яһаныҡ һәм уны хуплауҙарына шатбыҙ, - тип белдерҙе республика министрҙар кабинеты башлығы, чемпионат - республиканың спорт тормошо өсөн тарихи ваҡиға, һәм ул иң юғары кимәлдә үтергә тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алып.

Кәңәшмәлә онлайн режимда ҡатнашҡан Рәсәй Бокс федерацияһы хакимиәте етәксеһе Наталья Фалько әҙерлек план буйынса барыуын, республика Федерация менән берлектә спортсылар өсөн ярыштар, йәшәү өсөн дә уңайлы шарттар булдырыуын билдәләне.

Чемпионатты ойоштороусы булып Башҡортостан Хөкүмәте булышлығында Н. Валуев исемендәге олимпия резервы спорт мәктәбе сығыш яһай, тип асыҡлыҡ индерә республика министрҙар кабинетының матбуғат хеҙмәте.

Татьяна КРУГЛОВА.

Фото: БР Спорт министрлығы

Автор:Газета "Республика Башкортостан"
Читайте нас: