Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Сентябрь 2023, 16:05

Өфөнөң юбилейы айҡанлы республика уҡыусыларына - 4 500 баскетбол тубы!

Бөгөн Башҡортостандың баш ҡалаһында старт аласаҡ «Әйҙә уйнарға» фестивале сиктәрендә республика баскетболы вәкилдәре әүҙемлек зонаһын ойоштора.

Өфөнөң юбилейы айҡанлы республика уҡыусыларына - 4 500 баскетбол тубы!
Өфөнөң юбилейы айҡанлы республика уҡыусыларына - 4 500 баскетбол тубы!

Һәр төрлө турнирҙан, конкурстарҙан, оҫталыҡ дәрестәренән һәм күрһәтмә сығыштарынан тыш, «КЭС-БАСКЕТ» мәктәп баскетбол лигаһы чемпионатында ҡатнашыусыларға туптар таратыласаҡ. Был юлы бүләк ителгән туптар һаны символик мәғәнәгә эйә буласаҡ - Башҡортостандың баш ҡалаһының 450 йыллығы хөрмәтенә дүрт мең ярым дана!

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, бер йыл элек был сара Шишмә районының Алкин-2 ауылындағы «Патриот» паркында - традицион рәүештә Физкультурниктар көнөнә арналған 3х3 «Ҡыҙғылт һары туп» баскетбол буйынса Бөтә Рәсәй күмәк ярыштар сиктәрендә үткәрелгәйне. Ул саҡта «КЭС-БАСКЕТ» мәктәп баскетбол лигаһы чемпионатында ҡатнашыусы мәктәптәр вәкилдәренә 3 500 туп тапшырылды. Уларҙы таратыуҙа беҙҙең данлыҡлы спортсылар - олимпия чемпиондары Иван Едешко һәм Светлана Антипова ҡатнашты. 2022 йылда билдәләнгән милли рекорд быйыл ярайһы уҡ һанға арттырыла.

Дөйөм алғанда, 2022/23 миҙгеле сиктәрендә Мәктәп баскетбол лигаһының күп этаплы чемпионаттарының «КЭС-БАСКЕТ», «Ҡыҙғылт һары туп» һәм «Юрий Гагарин исемендәге Кубок» чемпионаттары барышында Башҡортостан Республикаһы ярышҡа йәлеп ителгән шәхси иҫәп буйынса сираттағы тапҡыр Рәсәй рекордсыһы булды - былтырғы баскетбол баталияларында республиканың 1117 белем биреү учреждениеһы вәкилдәре ҡатнашты!

Фестивалдең программаһы менән бында танышырға мөмкин: https://айдаиграть.дети/ 

Өфөнөң юбилейы айҡанлы республика уҡыусыларына - 4 500 баскетбол тубы!
Өфөнөң юбилейы айҡанлы республика уҡыусыларына - 4 500 баскетбол тубы!
Өфөнөң юбилейы айҡанлы республика уҡыусыларына - 4 500 баскетбол тубы!
Автор:
Читайте нас: