

Ибраһим көнө буйы аттар янында булырға әҙер: ул уларҙы һуғара, бесән һала, ялдарын тарай, һыйпай һәм хайуандар менән һөйләшә. Атына менеп ултырһа, үҙен башҡорт әкиәттәрендәге батыр итеп тоя. Үҙ атында ул ғорур тора!
Быйыл Ибраһим икенсе класҡа бара, Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылының 1-се мәктәбенә уҡый. Ул күп балалы ғаиләлә үҫә. Ғаилә башлығы Наил Азамат улы туризм өлкәһендә эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып бара, һәм башҡорт тоҡомло аттар уның был эштә төп ярҙамсылары булып тора. Әлегә ғаиләнең биш баш йылҡыһы бар.
Ибраһимдың атаһы улының ҡыҙыҡһыныуына булышлыҡ итә - уға Аят ҡушаматлы ат бүләк итә, буш ваҡытында бергәләп атта йөрөргә тырышалар, ә ҡышын ат сабыштары ойошторалар. Наил Азамат улы был фотоны Бөрйән районы гәзитенең «Башҡорт аты» фестивале хөрмәтенә ойошторған конкурсҡа ла ебәргән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, башҡорт аты фестивале 11-12 августа Баймаҡ районында уҙа. Йәш ат ҡараусы Ибраһимға күңелһеҙләнергә кәрәкмәй, сөнки 12 августа иртәнге сәғәт 10-дан 16.00 сәғәткә тиклем балалар өсөн майҙансыҡ эшләй. Унда башҡорт милли уйындары, спорт ярыштары һәм «Ҡара юрға» бейеү флешмобы ойошторола. Әүҙем малайҙарҙы һәм ҡыҙҙарҙы иҫтәлекле бүләктәр көтә.