

«Беҙ бергә. Спорт» сурдлимпиясыларҙың йәйге уйындарында ҡатын-ҡыҙҙар араһында маунтинбайк уҙышында олимпиада кросс-кантрийы номинацияһында Өфөнән Лиана Әхтәриева еңеү яуланы. Спортсы Өфөнөң «Биатлон» спорт-һауыҡтырыу комплексы трассаһының 21 саҡрымын 1 сәғәт, 13 минут һәм 23 секунд эсендә үтте.
«Өфөлә тыуғаным һәм үҫкәнем менән ғорурланам, тап ошонда халыҡ-ара ярыштарҙа өсөнсө урын яулауыма бик шатмын. Мин маунтинбайкаға нисек килдем? Биш йыл элек ошо спорт төрө хаҡында белдем һәм уның менән шөғөлләнергә теләк тыуҙы. Һуңынан Һамар өлкәһенә күсергә тура килде, һәм бына хәҙер мин тағы ла Өфөлә, халыҡ-ара кимәлдә сығыш яһаным!», - тип йомғаҡ яһаны Лиана.