Спорт
26 Июль 2023, 06:20

Рәсәй космонавы һәм уның улы Өфөлә уйындарҙа

"Беҙ бергә. Спорт" йәйге сурдлимпия уйындары трибунаһында көйәрмәндәр араһында Рәсәй Геройы, илебеҙҙең 113-сө космонавы Сергей Ревинды осратырға мөмкин. Сергей 125 тәүлектән ашыу ер эргәһендәге киңлектә булған. Уйындарҙа ул теннис турнирында ҡатнашыусы үҙенең улы Ярослав өсөн көйәрмән булып килгән.

Рәсәй космонавы һәм уның улы Өфөлә уйындарҙаРәсәй космонавы һәм уның улы Өфөлә уйындарҙа
Рәсәй космонавы һәм уның улы Өфөлә уйындарҙа

Сергей Ревин шулай уҡ теннис буйынса Рәсәй сурдлимпия йыйылмаһының Попечителдәр советы рәйесе булып тора.

- Беҙ улым менән Башҡортостанда күп тапҡырҙар булдыҡ. Осоштан һуң “Яҡтыкүл” һәм “Янғантау” шифаханаларында сәләмәтлегемде нығыттым. Был юлы мин Башҡортостанда теннис буйынса Рәсәй йыйылмаһының Попечителлек советы рәйесе тигән яңы статустамын. Мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ярҙам итеү өсөн бағыусылар йәлеп итергә тырышабыҙ, - тине Сергей Ревин.

Сергей Ревин кисә сығыш яһар алдынан Дәүләкән районының Калиновка ауылында урынлашҡан Аэрокосмик мәктәбенә барып, балалар менән осрашыу үткәрҙе.

Ярослав атаһынан ҡалышмаҫҡа тырыша. Етди рәүештә теннис менән шөғөлләнә, ҙур еңеүҙәргә ынтыла:

- 2006 йылдан теннис уйнайым. Мәскәүҙә ишетеү һәләте боҙолған Адаптив спорт мәктәбендә шөғөлләнәм. Бынан алдағы Сурдлимпиадала Төркиәлә дүртенсе урын алғайным. Тик шуны хәтерләйем: мөһим матч көнө бик эҫе булды, яҡынса 35 градус эҫе. Миңә отош өсөн тын алыу етмәне. Был бик үкенесле булды, сөнки еңеүҙән ни бары бер аҙым ғына ҡалыштым. Быйыл яҡшы кәйефтәмен, уңайлы шарттар булдырылған. Киләһе уйыным Израиль тенниссыһы менән. Һайлап алыу матчтарында нисек уйнағанын күҙәттем, баһаланым. Өҫкә сығырға тырышасаҡмын, - тип уртаҡлашты Ярослав.

Автор:
Читайте нас