

«Артерия» төнгө йүгереше бер нисә сәғәт алдан уҡ үҙенә иғтибар итте. Сараның форматы үҙгәреүе тураһында хәбәр ҡатнашыусылар өсөн генә түгел, ойоштороусылар өсөн дә көтөлмәгән хәл булды. Проспект буйлап йүгереү урынына спортсыларға үҙ дистанцияһын онлайн-форматта үтергә тәҡдим иттеләр.
Һөҙөмтәлә йүгерештә ҡатнашыусылар дистанцияны теләһә ниндәй уңайлы урында үтә алды. Һуңынан ойоштороусыларға ваҡыт күрһәтергә һәм миҙал алырға ҡалды. Шулай ҙа йүгерергә яратыусыларҙың күбеһе Октябрь проспектында стартҡа сығырға ҡарар итте, юл буйлап түгел, ә тротуарҙан йүгереп сығырға тура килде.
Тулыраҡ - БСТ телеканалы сюжетында.