Спорт
26 Июня 2023, 13:00

Башҡортостан спортсылары «Беҙ бергә. Спорт» паралимпиясыларҙың йәйге уйындарында 28 миҙал яуланы

Түбәнге Новгородта «Беҙ бергә. Спорт» паралимпиясыларҙың йәйге уйындарының икенсе ярыш көнө тамамланды. Башҡортостан спортсыларында 28 миҙал, тип хәбәр итте үҙенең телеграм-каналында республиканың спорт министры Руслан Хәбибов.

Башҡортостан спортсылары «Беҙ бергә. Спорт» паралимпиясыларҙың йәйге уйындарында 28 миҙал яуланыБашҡортостан спортсылары «Беҙ бергә. Спорт» паралимпиясыларҙың йәйге уйындарында 28 миҙал яуланы
Башҡортостан спортсылары «Беҙ бергә. Спорт» паралимпиясыларҙың йәйге уйындарында 28 миҙал яуланы

Йөҙөүселәребеҙ 19 миҙал (7 алтын, 7 көмөш һәм 5 бронза) алды.

Дзюдосылар 9 миҙалға лайыҡ булды — 2 алтын, 2 көмөш һәм 5 бронза.

«Бик ышаныслы старт. Хәҙер бының менән генә туҡтап ҡалмаҫҡа һәм ошо уҡ ритмда дауам итергә кәрәк. Рух ныҡлығы теләйем һеҙгә. Башҡортостан һеҙҙең менән», - тигән теләктәрен еткерҙе спорт министры.

Автор:"Башинформ"
Читайте нас