Бөтә яңылыҡтар
Спорт
29 Июль 2022, 15:34

Ылаҡсылар көс һынаша

Шулай итеп,  бөгөн  <Башҡорт аты> фестивале башланды!

Ылаҡсылар көс һынаша
Ылаҡсылар көс һынаша

"Һаҡмар" гәзите социаль селтәрҙә хәбәр итеүенсә, иң тәүҙә көрәш майҙанына ылаҡсылар сыҡты.

Баймаҡ районының Граф күле буйында  тәүҙә Ылаҡ уйынының һайлап алыу туры үтте. Уны тантаналы асыуҙа ҡатнашыусыларҙы Баймаҡ районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов сәләмләне.

Уйындаҙа  Баймаҡ, Әбйәлил, Ауырғазы, Учалы райондары һәм Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстан һыбайлылары ҡатнаша.

Әлбиттә, тамашасыларҙың бар иғтибары баймаҡтарҙа . Онотолған был уйынды тап улар тергеҙҙе бит! Шулай уҡ республика намыҫын яҡлап Ҡырғыҙстанда үткән турнирҙа сығыш яһанылар. Тәүге алышҡа йәрәбә буйынса баймаҡтар һәм әбйәлилдәр сыҡты.

Источник: bv02.info

Автор:Гульшат Шамсутдинова
Теги:bashhorsefes
Читайте нас: