Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Март 2022, 12:21

Нәсибаш ауылында - спорт ярыштары

Нәсибаш ауылында физкультура һәм башланғыс хәрби әҙерлек уҡытыусыһы Ғәйфуллин Риф Әнүәр улы иҫтәлегенә арналған саралар үтте.

Нәсибаш ауылында - спорт ярыштары
Нәсибаш ауылында - спорт ярыштары

Бәйгеселәр саңғы ярышында, пневматик мылтыҡтан атыуҙа, автоматты ваҡытҡа һүтеп-йыйыуҙа үҙ һәләттәрен күрһәтте. Сарала Риф Әнүәр улының ҡыҙы Башҡортостан Республикаһының һәм Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы Рәсимә Риф ҡыҙы Ғәйфуллина ла ҡатнашты. Ете комплект миҙал уйнатылды. Барыһы ла спорт сараһын ойоштороусыларға һәм бағыусыларға ҙур рәхмәт белдерҙе. Ярыштар тамамланғас, баҫыуҙа төшкө аш ойошторолдо.

Нәсибаш ауылында - спорт ярыштары
Нәсибаш ауылында - спорт ярыштары
Автор:Гульшат Шамсутдинова
Читайте нас: