Бөтә яңылыҡтар
Спорт
18 Февраль 2022, 09:34

Анна Щербакова – алтын, ә Александра Трусова көмөш миҙал яуланы

Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, 15 февралдә Олимпиадала ҡатын-ҡыҙҙарҙың яңғыҙ фигуралы шыуыу буйынса мотлаҡ программаһында Рәсәй фигуристары юғары кимәлдә сығыш яһап, башҡарыу оҫталығы буйынса иң көслөләр рәтендә булыуҙарын ҡабат иҫбат иткәйне. Ул көндө Камилә Вәлиеваға –`82,61, Александра Трусоваға – 74,60, Анна Щербаковаға  80,20 мәрәй ҡуйылды. Бөгөн талантлы спортсыларыбыҙ, иң-иңдәр өсөн көрәшен дауам итеп, ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы яңғыҙ фигуралы шыуыуҙың ирекле программаһында үҙ көстәрен һынаны.

Анна Щербакова – алтын, ә Александра Трусова көмөш миҙал яуланы
Анна Щербакова – алтын, ә Александра Трусова көмөш миҙал яуланы

 Анна Щербакова яңғыҙ фигуралы шыуыу ярыштарының мотлаҡ һәм ирекле программаларында күрһәткән дөйөм һөҙөмтәләр буйынса 255,95 мәрәй менән абсолют еңеүгә өлгәште! Анна яулаған алтын миҙал ысынында барыбыҙ өсөн оло әһәмәиткә эйә ваҡиға ул! Александра Трусова 251,73 дөйөм мәрәй менән көмөш миҙал яуланы. 15 йәшлек Камилә Вәлиева бер аҙ тулҡынланды, шуға ла ул, япон фигурисы Каори Сакамотоға юл биреп, дүртенсе урынға ҡалды. Рәсәй фигуристары үҙ һәләттәре, ҡатмарлы әйләнешле акселдәре, үҙенсәлекле һикереү комбинациялары, камил хәрәкәттәре, аҫыл һәм ҡабатланмаҫ оҫталыҡтары менән яңынан таң ҡалдырҙы. Ҡотлайбыҙ!!!

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас: