Бөтә яңылыҡтар
Спорт
3 Ғинуар 2022, 22:50

Быймала хоккей уйнанылар

Салауат районында яңы йыл каникулы мәлендә ҡыҙыҡлы спорт уйындары ойошторола. Малаяҙ ауылында мәктәп уҡыусылары һәм ауыл йәштәре араһында хоккей турниры үтте. Был уйындың үҙенсәлеге шунда: хоккейсылар конькиҙа түгел, ә быйма кейеп боҙҙа сәкән менән шайба һуҡты.

Быймала хоккей уйнанылар
Быймала хоккей уйнанылар

Һөҙөмтәләр түбәндәгесә:

1-се урында – Лағыр ауылы командаһы;

2-се урында – Малаяҙ ауылы;

3-сө урында – “Меридиан” командаһы (Малаяҙ);

4-се урында – Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе командаһы.

Быймала хоккей уйынында еңеүселәр һәм призерҙарға грамоталар, миҙалдар һәм яңы йыл бүләктәре тапшырылды. 

Салауат районы Хакимиәтенең физик культура һәм спорт комитеты мәғлүмәтенә ярашлы, иртәгә, 4 ғинуарҙа, ветерандар араһында быймала хоккей турниры үткәрелә. Спорт сараһы Малаяҙ ауылының хоккей майҙансығында 10.00 сәғәттә башлана.

Фото: Салауат районы Хакимиәтенең физик культура һәм спорт комитеты.

Быймала хоккей уйнанылар
Быймала хоккей уйнанылар
Быймала хоккей уйнанылар
Быймала хоккей уйнанылар
Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: