Бөтә яңылыҡтар
Спорт
3 Октябрь 2021, 21:54

Шахмат – Салауат районында киң таралған уйын

Салауат районында балалар ҙа, өлкәндәр ҙә шахматта уйнай. Райондың ҙур мәктәптәрендә был уйын төрө буйынса уҡыусылар түңәрәктәрҙә шөғөлләнә.

Шахмат – Салауат районында киң таралған уйын
Шахмат – Салауат районында киң таралған уйын

Атап әйткәндә, Әлкә, Арҡауыл, Мөрсәлим, Торналы, Малаяҙ, Янғантау һәм башҡа мәктәптәрҙә уҡытыусылар шахмат түңәрәге алып бара. Район үҙәгендә Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тәжрибәле тренер Радик Шәрәфетдинов уҡыусыларҙы шахмат серҙәренә өйрәтә. Күберәген ул дәрестәрҙе Малаяҙ башҡорт гимназияһында уҙғара.

Уңыштар ҙа бар. Мәҫәлән, быйыл яҙ ДЮСШ командаһы “Аҡ ладья – 2021” халыҡ-ара шахмат турнирының республика этабы ярышында өсөнсө призлы урын алып ҡайтты (һүрәттә).

– Тәрбиәләнеүселәремдән Азалия Вахитова ике тапҡыр Башҡортостан чемпионы булды, Александр Саблин, Эльнар Фәхриев, Артем Карпиюк – район, зона, республика ярыштары призерҙары, – ти тренер-уҡытыусы Радик Ғариф улы.

ДЮСШ директоры урынбаҫары Наталья Камалетдинова әйтеүенсә, Салауат районында балалар шахматын үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Яңы шахматтар һәм сәғәттәр һатып алынған, барлыҡ ярыштар календарь буйынса үткәрелеп килә. Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә өс төркөмдә бөтәһе 45 уҡыусы шөғөлләнә.

Салауат районында хеҙмәт коллективтары, ветерандар араһында ла шахмат турнирҙары уҙғарыла. Өлкәндәр ҙә был интеллектуаль уйынды ярата.

Әйткәндәй, Өфөлә 8-нән 21 октябргә тиклем ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында шахмат буйынса Рәсәй Чемпионатының супер финалы үтә.

Фото: Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе.    

 

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: