Бөтә яңылыҡтар
Спорт
20 Август 2021, 16:40

Айыу, юлбарыҫ һәм... робот

  Волейбол буйынса донъя чемпионатының ойоштороу комитеты быйылғы уйындың талисманын һайлап алыу буйынса тауыш йыйыу үткәрергә булды.  Рәсәйҙең 10 ҡалаһы, шул иҫәптән Өфө лә, бындай турнирҙы беренсе тапҡыр ҡабул итәсәк. FIVB-2022 уйынының ойоштороу комитеты быйылғы 3 сентябргә саҡлы талисман һайлап алыу буйынса тауыш йыйыу үткәрергә булды. Чемпионаттың төп күңелсәге һәм маскоты исеменә өс персонаж дәғүә итә.

Айыу, юлбарыҫ һәм... робот
Айыу, юлбарыҫ һәм... робот

Волейбол буйынса донъя чемпионатына бер йылдан да аҙыраҡ ваҡыт ҡалды. Рәсәйҙең 10 ҡалаһы, шул иҫәптән Өфө лә, бындай турнирҙы беренсе тапҡыр ҡабул итәсәк. FIVB-2022 уйынының ойоштороу комитеты быйылғы 3 сентябргә саҡлы талисман һайлап алыу буйынса тауыш йыйыу үткәрергә булды. Чемпионаттың төп күңелсәге һәм маскоты исеменә өс персонаж дәғүә итә.

Айыу. Ул донъяға килгән көндә урманда көслө күк күкрәү яңғырай, йәшен күкте телгеләй һәм һауала электр осҡондары уйнай. Шуға күрәлер ҙә ул ғәҙәти булмаған айыу булып үҫә – уйынсыларҙы, трибуналағы көйәрмәндәрҙе һәм хатта смартфондарҙы үҙенең энергияһы менән туйындыра.

Юлбарыҫ. Амур буйҙарында тыуып үҫкән. Бала саҡтан волейбол уйнай. Ул ғәжәп бейеккә һикерә, тиҙлеге үтә юғары һәм тупты күҙ асып йомғансы ҡабул итергә һәләтле. Юлбарыҫ – йомарт йән эйәһе, ләкин һыҙғыртҡыс яңғырағас та спортсыларға хас ҡомарға бирелә һәм фәҡәт еңеү тураһында уйлай башлай. Балаларҙы ярата, улар өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрә.

Робот. Технологияларға буйһоноулы булһа ла, робот урыҫ йәнле. Уның микросхамаларына Рәсәйҙең бөтә бай тарихы индерелгән. Волейбол тураһында барлыҡ белемгә эйә, спорт тарихын һәм уның бөтә ҡаһармандарын белә. Был персонаж волейболды һандар һәм статистика буйынса ғына хәтерләп ҡалмай, тойғоларға ла бай һәм улар уны эстән туҡландыра. Шуға күрә батарейкалар ҙа кәрәкмәй, роботҡа донъялағы волейбол көйәрмәндәренең энергияһы ла етә. Донъяның барлыҡ телдәрен белгәс, был  персонаж менән бөтә илдәрҙең вәкилдәре аралаша, бергә фотоға төшә.

Фото: bashinform.ru.

Автор:"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас: