Бөтә яңылыҡтар
Спорт
26 Март 2021, 14:41

ЯУГИР ИҪТӘЛЕГЕНӘ – БИАТЛОН

Бөгөн Нәсибаш ауылында яугир-интернационалист Илмир Шакиров иҫтәлегенә биатлон буйынса ярыш үтте.Саңғы уҙышы һәм сәпкә пневматик винтовканан атыу ярышында райондан алты команда ҡатнашты.

Бөгөн Нәсибаш ауылында яугир-интернационалист Илмир Шакиров иҫтәлегенә биатлон буйынса ярыш үтте.
Саңғы уҙышы һәм сәпкә пневматик винтовканан атыу ярышында райондан алты команда ҡатнашты.
Дыуан күп профилле колледжының Малаяҙ филиалы командаһы, иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтеп, чемпион булды. Беренсе һәм икенсе урындарҙы Тирмән урта мәктәбенең ике командаһы үҙ-ара бүлеште. Өсөнсө призлы урынға Лағыр урта мәктәбе командаһы сыҡты.
Афған һуғышында батырҙарса һәләк булған, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры Илмир Әбүзәр улы Шакиров иҫтәлегенә уның тыуған Нәсибаш ауылында биатлон ярышы йыл һайын үткәрелә.
Рөстәм Хөснуллин фотоһы.
Читайте нас: