Бөтә яңылыҡтар
Спорт
21 Март 2021, 17:05

КӨҘӘЙҘӘР БӘЙГЕҺЕ”

Бөгөн Салауат районында Науруз байрамы сиктәрендә “Көҙәйҙәр бәйгеһе” ат-сана ярыштары үтте. Бәйгелә 13 ат ҡатнашты.

Бөгөн Салауат районында Науруз байрамы сиктәрендә “Көҙәйҙәр бәйгеһе” ат-сана ярыштары үтте. Бәйгелә 13 ат ҡатнашты.
Санаға егелгән аттар ярышы дүртенсе тапҡыр уҙғарылды. Быйыл байрам Әлкә ауылы биләмәһенең элекке Калиновка ауылы ерендә үтте.
Стартҡа тәүгеләрҙән булып дүрт эш айғыры сыҡты. Финишҡа беренсе булып үҙ атында Батыр Камалетдинов килеп етте. Биш бейә араһындағы ярышта жокей Айрат Шәмсетдиновтың аты еңеү яуланы. Дүрт йәш ат араһында Зөфәр Сәғәҙиевтың атына етеүсе булманы. Ат-сана ярышында ҡатнашыусылар барыһы ла Әлкә һәм Яҙғыйорт ауылдарынан булды.
Читайте нас: