Спорт
16 Марта 2021, 13:12

АУЫЛДАШТАРҒА – ҘУР СПОРТ БАЙРАМЫ

Тирмән ауылында ағалы-энеле Әнүәр, Айҙар Әлибаевтар һәм Булат Шәрәфетдинов етенсе тапҡыр саңғы фестивале уҙғарҙы. Быйыл ул “Атайсал” проекты ярҙамында тағы ла юғарыраҡ кимәлдә үтте.

Тирмән ауылында ағалы-энеле Әнүәр, Айҙар Әлибаевтар һәм Булат Шәрәфетдинов етенсе тапҡыр саңғы фестивале уҙғарҙы. Быйыл ул “Атайсал” проекты ярҙамында тағы ла юғарыраҡ кимәлдә үтте.
2014 йылда сығышы менән Тирмән ауылынан булған ир уҙамандары Әнүәр, Айҙар Әлибаевтар һәм Булат Шәрәфетдинов үҙ аталары – элекке Киров исемендәге колхоз рәйесе Әсүәт Әлибаев һәм мәктәп директоры Камил Шәрәфетдинов иҫтәлегенә ауылда саңғы ярышы үткәрергә ниәт итә. Бүләк фонды туплап, спортсыларҙы саҡыралар. Был спорт байрамы бар Салауат районы өсөн ҙур ваҡиғаға әйләнде. Саңғы фестивале хәҙер һәр йыл һайын бөтөн төньяҡ-көнсығыш райондары кимәлендә үтә. Быйыл 6 мартта үткән ярыштың “Атайсал” проекты ярҙамында ойошторолоуы уның абруйын тағы ла күтәрҙе.
“Атайсал” проекты идеяһы менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәүләп сығыш яһаны. Был проект үҙ тыуған ауылдарына ярҙам күрһәткән меценаттарҙы берләштерә. Унда һәр кем ҡатнаша ала, https://ataisal.ru порталында теркәлергә генә кәрәк. Был эштә һәр кем хәленән килгәнсә ярҙам күрһәтә ала, уның күләме мөһим түгел.
Проект бик күп кешеләргә үҙ көстәрен берләштерергә булышлыҡ итә. Уға муниципалитеттар ҙа ҡушыла ала. “Атайсал” проекты 1 марттан ғәмәлгә ашырыла башланы. Сайтҡа 73 ғариза килһә, 37-һе, модерация аша үтеп, порталда асыҡ күренә. Уларға ҡушылырға мөмкин.
Читайте нас