Бөтә яңылыҡтар
Спорт
6 Ғинуар 2021, 21:42

ҠЫШҠЫ ҒАИЛӘ УЙЫНДАРЫ

Малаяҙ башҡорт гимназияһы үткәргән "Яңы йыл ғаилә уйындары" фестивалендә биш ғаилә ҡатнашты.Унда беренсе урынды алыусы Яҡуповтар ғаиләһе бөгөн спорт фестиваленең муниципаль этабында еңеү яуланы.

Малаяҙ башҡорт гимназияһы үткәргән "Яңы йыл ғаилә уйындары" фестивалендә биш ғаилә ҡатнашты.
Унда беренсе урынды алыусы Яҡуповтар ғаиләһе бөгөн спорт фестиваленең муниципаль этабында еңеү яуланы.
Гимназияның 1-се һәм 2-се класс уҡыусылары араһында ярыш кисә, 5 ғинуарҙа, Малаяҙ ауылының боҙ майҙансығында үтте. Балалар ата-әсәләре менән тюбинг тәгәрмәсендә, саналарҙа уҙышты. Командаларға бүленеп, быймала хоккей уйнаны.
Һөҙөмтәлә Вадим һәм Айгөл Яҡуповтар беренсе урынға сыҡты. Икенсе урынды Владик һәм Альбина Вахитовтар алды. Өсөнсө урын Ғәниевтар һәм Вәлиевтарға бирелде. Дүртенсе урынға икенсе Вәлиевтар ғаиләһе лайыҡ булды.
Мәктәп һәм район этабында еңеүсе Яҡуповтарға "Яңы йыл ғаилә уйындары – 2021" республика фестивалендә уңыштар теләйбеҙ!
Читайте нас в