Бөтә яңылыҡтар
Спорт
3 Ғинуар 2021, 01:29

Алға - маҡсатҡа

Маялаяҙ ауылында ла кисә Бөтә Рәсәй акцияһы - “Вәғәҙәләр марафоны” үтте. Марафонда спорт һөйөүселәр, спортсылар, спорт ветерандары, балалар ҡатнашты.

Маялаяҙ ауылында ла кисә Бөтә Рәсәй акцияһы - “Вәғәҙәләр марафоны” үтте. Марафонда спорт һөйөүселәр, спортсылар, спорт ветерандары, балалар ҡатнашты.
“Вәғәҙәләр марафоны”нда ҡатнашыусылар алдарына маҡсат ҡуйып, шуға өлгәшер өсөн үҙҙәренә һүҙ биреп, ниәттәрен йүгереү менән нығытып ҡуя. "Дөрөҫ йүгереү мәктәбе"нә нигеҙ һалыусы Владислав Литвинчук башлап ебәргән "Вәғәҙәләр марафоны" бик күп ерҙәрҙә үтә хәҙер. Сарала ҡатнашыусылар ошо 2021 метрҙы йүгереп тә, атлап тә үтә ала. Маҡсаты – тиҙлек тә, ваҡыт та түгел.
Читайте нас: