Бөтә яңылыҡтар
Спорт
18 Март 2020, 16:30

“ЙӘГЕҘ ӘЛЕ ҺЕҘ МАТУР ҠЫҘҘАР!”

Мәсетле ауылы клубында "Йәгеҙ әле һеҙ матур ҡыҙҙар" ярышы гөрләп үтте. Ҡатын-ҡыҙҙар алты командаға бүленеп, үҙ-ара ярышты. Гүзәл заттар шиғыр һөйләне, йыр, бейеү башҡарҙы, шулай уҡ ҡаҙаҡ ҡағыу, туҡмас киҫеү, сәс үреү, ҡыҙыҡлы эстафета, тоҡтан күлдәк тегеү һәм башҡа һынауҙар аша уңышлы үтте. Һәр команда әҙерләгән ҡул эштәренән торған күргәҙмә күҙҙең яуын алырлыҡ булды. Күңелле ярышты Вәсил Мурзакамалов, Айнур Ғималов, Радмир Әхмәтовтың йырҙары биҙәне.

Читайте нас: