Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Март 2020, 14:13

ТИРМӘНДӘ – СПОРТ БАЙРАМЫ

Тирмән ауылында VI асыҡ саңғы фестивале үтте.Ярыш элекке колхоз рәйесе Әсүәт Әлибаев һәм мәктәп директоры, Бөйөк Ватан һуғышы яугире, өсөнсө дәрәжә Дан ордены кавалеры Камил Шәрәфетдиновтың яҡты иҫтәлегенә бағышланды.Сарала 9 команда, 162 спортсы ҡатнашты.

Тирмән ауылында VI асыҡ саңғы фестивале үтте. Ярыш элекке колхоз рәйесе Әсүәт Әлибаев һәм мәктәп директоры, Бөйөк Ватан һуғышы яугире, өсөнсө дәрәжә Дан ордены кавалеры Камил Шәрәфетдиновтың яҡты иҫтәлегенә бағышланды.
Спорт сараһын асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Марс Кашапов, район Советы рәйесе Ринат Әбдрәшитов, Тирмән ауыл биләмәһе башлығы Гөлсинә Әлибаева, Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Павел Томилин сығыш яһаны. Бағыусылар Айҙар Әлибаев менән Булат Шәрәфетдиновҡа ла һүҙ бирелде. Сарала “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы башҡарма комитеты етәксеһе Адик Асҡаров та булды.
Ярышҡа 9 команда: Арҡауыл, Лағыр, Мөрсәлим, Тирмән, Торналы һәм Янғантау урта мәктәптәре, Боксит коррекция мәктәп-интернаты, Дыуан һәм Ҡыйғы районы саңғысылары килгәйне. Унда дөйөм 162 спортсы ҡатнашты. Мәктәп уҡыусыларының башланғыс, урта һәм өлкән кластары 8 төрлө дистанция буйынса уҙышты.
Командалар буйынса һөҙөмтәләр түбәндәгесә:
1-се урында – Тирмән урта мәктәбе;
2-се урында – Янғантау урта мәктәбе;
3-сө урында – Лағыр урта мәктәбе.
Еңеүселәр һәм призер командаларға Кубоктар, миҙалдар, Дипломдар һәм ҡиммәтле приздар тапшырылды. Ярышты ойоштороусылар шәхси беренселек буйынса балаларҙы алты урынға тиклем бүләкләне. Ауылға мәктәп һалдырған аталары хөрмәтенә уҙғарылған турнирҙы уларҙың улдары Әнүәр, Айҙар Әлибаевтар, Булат Шәрәфетдинов быйыл да юғары кимәлдә ойошторҙо.
Читайте нас: