Бөтә яңылыҡтар
Спорт
2 Март 2020, 19:38

ИҢ ЯҠШЫ УЙЫНСЫ, ҺӨЖҮМСЕ ҺӘМ ҠАПҠАСЫ

Редакцияның күсмә Кубогына мини-футболда шәхси номинацияла еңеүселәр ҙә билдәләнде.Шәмбе Салауат районы мәғлүмәт үҙәге 28-се күсмә Кубогына мини-футбол турнирын уҙғарҙы. Спорт сараһы Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына, Хәтер һәм дан йылына бағышланды.

Редакцияның күсмә Кубогына мини-футболда шәхси номинацияла еңеүселәр ҙә билдәләнде.
Турнирҙа еңеүсе “Строймаркет” магазины (шәхси эшҡыуар А. Д. Хатымов) командаһы капитаны Наил Садиҡов (һүрәттә) – “Иң яҡшы уйынсы", Аян Мәҡсүтов “Иң яҡшы һаҡсы” тип танылды. “Көмөш” призер Арҡауыл командаһы капитаны Ринат Бабаджанов – “Иң яҡшы ҡапҡасы”, өсөнсө урынды алыусы Гусевка командаһы капитаны Иван Гусев – “Иң яҡшы уйынсы-ветеран”, Илдар Миңлебаев “Иң яҡшы һөжүмсе” номинацияһына лайыҡ булды.
Шәмбе Салауат районы мәғлүмәт үҙәге 28-се күсмә Кубогына мини-футбол турнирын уҙғарҙы. Спорт сараһы Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына, Хәтер һәм дан йылына бағышланды.
Читайте нас: