Бөтә яңылыҡтар
Спорт
1 Март 2020, 11:32

РЕДАКЦИЯ КУБОГЫНА – МИНИ-ФУТБОЛ

Салауат районы мәғлүмәт үҙәге 28-се күсмә Кубогына мини-футбол турнирын уҙғарҙы. Спорт сараһы Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына, Хәтер һәм дан йылына бағышланды.Быйыл ҡар өҫтөндә туп уйнарға 9 команда килде.

Салауат районы мәғлүмәт үҙәге (“На земле Салавата” һәм “Йүрүҙән” гәзиттәре редакциялары) 28-се күсмә Кубокка мини-футбол турнирын уҙғарҙы. Спорт сараһы Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына, Хәтер һәм дан йылына бағышланды.
Быйыл ҡар өҫтөндә туп уйнарға 9 команда килде. Улар: “Меридиан – Редакция”, “Меридиан – йәштәр”, Дыуан күп профилле колледжы филиалы, район Хакимиәте, “Строймаркет” магазины, Арҡауыл, Гусевка, Лағыр һәм Торналы ауылдары командалары.
Ярышты асыу тантанаһында командаларҙы Салауат районы мәғлүмәт үҙәге директоры, район Советы рәйесе Ринат Әбдрәшитов, хакимиәт башлығы урынбаҫары Айгиз Әхмәтйәнов, спорт һәм физик культура комитеты рәйесе Наил Мөхәмәтйәнов сәләмләне. Ярышты ойоштороусы, “На земле Салавата” гәзитенең баш редакторы урынбаҫары Шамил Әхмәтшин һәм баш судья Рауил Закиров ҡағиҙәләр менән таныштырып, йәрәбә буйынса уйын тәртибен иғлан итте.
Мини-футбол турниры Дыуан күп профилле колледжы филиалының һәм 1-се Малаяҙ урта мәктәбенең спорт майҙансыҡтарында барҙы. Командалар төркөмдәргә бүленеп уйнаны. Редакцияның күсмә Кубогы өсөн ярыш бик көсөргәнешле булды. Финалға Арҡауыл, Гусевка ауылдары, “Строймаркет” магазины командалары сыҡты. Һөҙөмтәлә “Строймаркет” футболсылары (команда капитаны Наил Садиҡов) еңеү яулап, быйыл Кубок уларға күсте. 2-се призлы урынға – Арҡауыл (Ринат Бабаджанов), 3-сө урынға Гусевка (Иван Гусев) командаһы сыҡты.
Еңеүсе һәм призер командаларға турнирҙы ойоштороусыларҙан Дипломдар, миҙалдар, аҡсалата приздар, “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһенән бүләктәр тапшырылды.
Читайте нас: