Бөтә яңылыҡтар
Спорт
16 Февраль 2020, 14:03

ДАНИЛ ХАЛИҠОВ ИҪТӘЛЕГЕНӘ – ВОЛЕЙБОЛ

Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе залында яугир-интернационалист Данил Халиҡов иҫтәлегенә волейбол турниры үтте.Унда алты команда ҡатнашты.

Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе залында яугир-интернационалист Данил Халиҡов иҫтәлегенә волейбол турниры үтте.
Унда алты команда ҡатнашты. Сығыш яһаусыларҙан Малаяҙ һәм Салауат ауыл биләмәләре башлыҡтары Светлана Ишмөхәмәтова менән Светлана Кузнецова спортсыларға уңыштар теләне.
Ярыш һөҙөмтәһе буйынса Дыуан районының СВЭС командаһы беренсе урынды алды. Мөрсәлим ауылы йәштәре – икенсе, Арҡауыл ЛПУ-һы командаһы өсөнсө урынға сыҡты.
Татар Малаяҙы ауылы егете Халиҡов Данил Дамир улы 1983 йылда Афғанстанда хәрби бурысын үтәгәндә һәләк була. Йыл һайын уның иҫтәлегенә хәрби хәрәкәттәре ветерандары союзы волейбол турниры үткәрә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйыл унда уның әсәһе Рәмзиә Шәрәфи ҡыҙы ҡатнаша алманы. Ул былтыр баҡыйлыҡҡа күсте.
Читайте нас: