Бөтә яңылыҡтар
Спорт
16 Февраль 2020, 13:18

АФҒАН ЯУГИРҘӘРЕ КУБОГЫНА – ХОККЕЙ

Совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылыуының 31 йыллығына, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына, Хәтер һәм дан йылына бағышланған хоккей турниры үтте.Боҙ майҙансығында Малаяҙ һәм Янғантау ауылы йәштәре командалары осрашты.

Совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылыуының 31 йыллығына, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына, Хәтер һәм дан йылына бағышланған хоккей турниры үтте.
Боҙ майҙансығында Малаяҙ һәм Янғантау ауылы йәштәре командалары осрашты. Уларҙы Салауат районы хакимиәтенең спорт һәм физик культура комитеты рәйесе Наил Мөхәмәтйәнов, спорт ветераны Илдар Фәйзуллин, райондың хәрби хәрәкәттәре ветерандары берлеге рәйесе Рөстәм Хөснуллин сәләмләне. Турнирҙы асыу тантанаһында афған һәм чечен һуғышы ветерандары, яуҙа һәләк булған егеттәрҙең ата-әсәләре ҡатнашты.
Хоккей уйынында Малаяҙ ауылы йәштәре командаһы еңеп, “афғансылар” Кубогын яуланы. Уларҙың дәғүәселәре Янғантау командаһына икенсе урын бирелде.
Читайте нас: