Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Ғинуар 2020, 22:54

ҒАИЛӘЛӘРҘЕ БЕРЛӘШТЕРҘЕ ЯҢЫ ЙЫЛ УЙЫНДАРЫ!

Янғантауҙан Митюшиндар ғаиләһе республика “Яңы йыл ғаилә уйындары"нда ҡатнашты. Спорт фестиваленең финалы Өфөлә “Динамо” стадионында үтте.Күңелле старттарҙа 69 ғаилә командаһы осрашты.

Янғантауҙан Митюшиндар ғаиләһе республика “Яңы йыл ғаилә уйындары"нда ҡатнашты. Спорт фестиваленең финалы Өфөлә “Динамо” стадионында үтте.
Күңелле старттарҙа 69 ғаилә командаһы осрашты. Фестивалде асыу тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Фәнүр Йәғәфәров, республика йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов, мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров ҡатнашты.
– Ул өр-яңы формат. Элек Башҡортостанда бындай киң күләмле саралар булманы. Ул ғаиләләрҙе берләштереү, нығытыу, сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыу, яңы йыл байрамдарында халыҡтың буш ваҡытын ойоштороу, балаларҙы спортҡа йәлеп итеү маҡсатынан уҙғарылды, – тип билдәләне Айбулат Хажин.
Ғаилә спорт уйындарында Әбйәлил районы командаһы еңеү яулап, “Красноусол” шифаханаһына путевка менән бүләкләнде. Беҙҙең Салауат районы данын яҡлаған Митюшиндар сертификатҡа лайыҡ булды. Ғаилә башлығы Артем Александрович “Янғантау” шифаханаһында эшләй, ҡатыны Светлана Рәйес ҡыҙы – декрет ялында. Улар өс бала тәрбиәләй. Ярышта Митюшиндар мәктәптә 2-се класта уҡыусы ҡыҙҙары Алена менән сығыш яһаны. Улар яңы йыл каникулдары мәлендә муниципаль этапта еңеүсе булғайны. “Яңы йыл ғаилә уйындары – 2020” районда 3-нән 6 ғинуарға тиклем “Сәләмәт быуын – көслө төбәк” проекты сиктәрендә уҙҙы.
– Был уйындарҙа Салауат районында бөтәһе 642 кеше ҡатнашты: 420-һе – балалар, 222-һе өлкәндәр. Дөйөм каникул осоронда райондың белем биреү учреждениеларында төрлө спорт уйындарына 4600-ләп кеше йәлеп ителде, – тип беҙгә хәбәр итте “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы башҡарма комитеты етәксеһе Адик АСҠАРОВ.

Айҙар НОҒАМАНОВ.

Адик Асҡаров фотолары.

Читайте нас: