Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Август 2019, 17:50

Районда бокс мәктәбе булдырыла

1 сентябрҙән районда бокс мәктәбе эш башлай.

1 сентябрҙән районда бокс мәктәбе эш башлай. Ул Әлкә ауылының иҫке мәктәп бинаһында урынлашасаҡ.

Спортсыларҙың тренировкаларға йөрөү урыны булдырылып, зал тулыһынса йыһазландырыла. Шул көндәрҙә бокс рингын ҡуйыу күҙаллана. Залдың стеналарын билдәле бокссыларҙың плакаттары биҙәй. Улар йәш быуынды яңы үрҙәргә дәртләндереп торасаҡ. Залды йыһазландырыуҙа район Хакимиәте, һәм урындағы эшҡыуарҙар: Алик Хәсәнов, Урал Ғимаев, Артур Хатымов, Артур Закиров, Марат Камалетдинов ҙур өлөш индергән. Мәктәпкә 1-11 класс балалары ҡабул ителә.

Мәктәпкә Омск ҡалаһында казарма емерелеү арҡаһында фажиғәле һәләк булған яҡташыбыҙ, десантсы Ранис Алтынбаевтың исеме бирелгән.

-------

Юным боксерам и их родителям спешим сообщить радостную новость: с 1 сентября в Салаватском районе начнет свою работу школа бокса.

Оборудовать зал и приобрести инвентарь помогла Администрация Салаватского района. Также большой вклад в обустройстве зала внесли Алик Хасанов, Урал Гимаев, Артур Хатымов, Артур Закиров, Марат Камалетдинов. Здесь будут проводить и республиканские соревнования. В школу бокса будут принимать физически здоровые детей 1-11 классов. Салаватскую школу бокса назвали в честь трагически погибшего воина-десантника Раниса Алтынбаева.
Читайте нас: