Бөтә яңылыҡтар
Спорт
1 Август 2019, 17:59

Бокссылар ҙа байрам итә

22 июлдә Халыҡ-ара бокс көнө билдәләнде. Был йәһәттән 205 илдә төрлө саралар үтә. Байрам хөрмәтенә Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда быйыл бихисап спортсы һәм тамашасылар йыйылды. Ике көн барған сарала оҫталыҡ дәрестәре, лекциялар, күнекмәләр һәм башҡа ҡыҙыҡлы саралар булды.

Салауат районы бокссылары иһә Ҡатау-Тамаҡта үткән байрамда ҡатнашты. Ундағы байрам да бик ҡыҙыҡлы үтте. Ҡала чемпиондары Ахундан Әмерхан Әсмәндийәров һәм Әлкәнән Нурислам Низамов тренерҙары Руслан Низамов етәкселегендә спорт сараһында ҡатнашып, ҙур тәьҫорттар алды. Йүрүҙән, Һатҡы, Кропачево, Әшә ҡалаларынан һәм Салауат районынан килгән бокссылар флешмобта ҡатнашып, видеобәйләнеш аша Мәскәү ҡалаһына сәләм ебәрҙе.
Читайте нас: