Нәсибаш ауылында биатлон буйынса ярыш уҙғарылды. Спорт сараһын райондың йәштәр сәйәсәте комитеты, Нәсибаш урта мәктәбе һәм хәрби хәрәкәттәре ветерандары берлеге ойошторҙо.
Ярышта Лағыр, Торналы, Әлкә, Нәсибаш, Тирмән мәктәптәре, Янғантауҙан ике команда биатлонсылары ҡатнашты. Саңғыла уҙышып, пневматик винтовканан атып, мәктәп уҡыусылары үҙ-ара көс һынашты.
Шулай итеп, бында беренсе урынды Тирмән урта мәктәбе командаһы алды. 2-се – Торналы, 3-сө урынға Янғантау командаһы сыҡты.
Сара бик күңелле үтте. Шунда уҡ төшкө аш та ойошторолдо. Нәсибаш ауылынан афған яуында һәләк булған Илмир Шакиров менән чечен һуғышы яугиры Адик Ғәтиәтуллин иҫтәлегенә мәктәптә сәскәләр һалынды.
Ярышты уҙғарыуҙа ауыл хакимиәте, Нәсибаш мәктәбе етәкселеге һәм урындағы бағыусылар ярҙам күрһәтте.
райондың хәрби хәрәкәттәре ветерандары