Бөтә яңылыҡтар
Спорт
22 Февраль 2019, 12:34

Ярыш ҡына түгел, сәләмәтлек байрамы ла

“Рәсәй саңғыһы – 2019” Бөтә Рәсәй сараһы сиктәрендә уҙғарылған уҙышта барыһы 250 кеше, шул иҫәптән ауыл йәштәре, ойошма, учреждение хеҙмәткәрҙәре, уҡыусылар ҡатнашты.

Арҡауыл ауылында район хакимиәте башлығы кубогына үткән саңғы ярышы ысын мәғәнәһендә сәләмәтлек байрамына әүерелде. “Рәсәй саңғыһы – 2019” Бөтә Рәсәй сараһы сиктәрендә уҙғарылған уҙышта барыһы 250 кеше, шул иҫәптән ауыл йәштәре, ойошма, учреждение хеҙмәткәрҙәре, уҡыусылар ҡатнашты.

Балаларҙы, йәштәрҙе һәм өлкәндәрҙе спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү, халыҡ араһында сәләмәт тормошто пропагандалау һәм көслө саңғысыларҙы асыҡлау маҡсаттарын алған ярыш бер нисә төркөмдә ойошторолдо. Бәйгелә оҫта саңғысылар ҙа, яңы ғына саңғыға баҫҡандар ҙа бар ине. Был көндө һәр кем үҙен етеҙлеккә, оҫталыҡҡа, сыҙамлыҡҡа һынап ҡараны. Әлбиттә, саңғы шыуыу оҫталары финиш һыҙығын беренсе булып үтте. Был юлы ла лағырҙар алдынғылыҡты бирмәне. АЛПУ – 2-се, Торналы ауылы вәкилдәре – 3-сө урын яуланы. Урта мәктәптәр араһында Тирмән – 1-се, Янғантау – 2-се, Лағыр һәм Торналы мәктәптәре 3-сө урынға лайыҡ булды. Төп дөйөм мәктәптәрендә белем алған уҡыусылар араһында Боксит коррекцион мәктәп-интернаты тәрбиәләнеүселәре еңеүсе булһа, мәсетлеләр уҙышта 2-се килде.

Арҡауыл ауылы биләмәһе башлығы Луиза Хәйретдинова туҡланыу ойошторған шәхси эшҡыуарҙар Лена һәм Артур Садиҡовтар, саңғы трассаһын һәм сараны әҙерләүҙә ярҙам иткән АЛПУ начальнигы Ильмир Ғәзизовҡа рәхмәтен белдерҙе.
Читайте нас: