Иҙрис ауылы эргәһендә, “Шайтан-Көҙәй” тирмәләр кемпингында үткән саңғы байрамына 100-ләгән кеше йыйылды.
Спортсыларҙы район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусыһы, ойоштороу комитеты рәйесе Айгиз Әхмәтйәнов, “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы комитеты етәксеһе Сергей Гусев, мәғариф хеҙмәткәрҙәренең профсоюз ойошмаһы рәйесе Элеонора Бәҙретдинова һәм ярыштың баш судьяһы Павел Томилин сәләмләне. Шулай уҡ “Салауат вариҫтары” төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Виктор Хәкимов та саңғысыларҙы йылы һүҙҙәр менән тәбрикләп, һуңынан батыр бабаһы иҫтәлегенә арналған саңғы юлынан үтте.
Стартҡа 10 ауыл биләмәһенән 61 спортсы сыҡты. Иң ҙур команда Лағыр ауыл биләмәһенән килгәйне. Иң күп призлы урындар ҙа уларҙа булды, “Салауат саңғыһы”ның күсмә кубогын да ошо команда алды.
Ярыштар өс йәш категорияһы буйынса уҙғарылды. Йәштәр араһында беренселекте Ранис Хәкимов менән Әлфирә Абдрахманова (икеһе лә Лағырҙан) яуланы. Николай Дульцев менән Юлиә Ғәниева (Янғантау), Ришат Вәлиев (Арҡауыл), Юлиә Сәғәҙәтова (Торналы) призлы урындар алды. Өлкәнерәк йәштәр төркөмөндә еңеүселәр булып Лағырҙан Вадим һәм Луиза Ҡазыевтар танылды. Тирмәндән Роберт Мөхәмәтов менән Лағырҙан Динара Садиҡова, Таймыйҙан Ильяс Минһажев менән Әлкәнән Зөлфиә Хөснуллина призерҙар булды.
Ветерандар араһында Тирмәндән Ринат Байгилдинға һәм Ишембайҙан Рәмзиә Иҡсановаға етеүсе булманы. Икенсе урындарҙы Янғантауҙан Анатолий Чертов менән Торналынан Рита Ситдиҡова яулаһа, өсөнсө урынға Ишембайҙан Әбйәлил Иҡсанов менән Янғантауҙан Лариса Байсурина сыҡты.
Иң хөрмәтле ветеран-саңғысы, Таймыйҙан Ильянис Хужин 5-се урын алды. Ә иң өлкән ҡатнашыусы, Башҡорт Илсекәйенән 77 йәшлек Ғәлим Усманов менән Мөрсәлимдән Фәриә Ниғмәтова “Берҙәм Рәсәй” партияһы бүләктәренә эйә булды. Иң йәш ҡатнашыусы, Ишембайҙан 6 йәшлек Валерий Шәрипов ныҡышмалылығы менән барыһын да хайран ҡалдырҙы.
Сағыу финиш күрһәткән, Ишембайҙан Рәмзиә Иҡсановаға Илфат Исмәғилев тирмә кемпингында ял итеү өсөн сертификат бирҙе. Призерҙарға һәм еңеүселәргә, шулай уҡ ҡатнашыусыларға миҙалдар, грамоталар, “Янғантау” геопаркынан иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Салауат Юлаев мәмерйәһенән алыҫ түгел ерҙә уҙғарылған спорт сараһында ҡатнашыусыларға милли мөхит тыуҙырылды. Ысын башҡорт тирмәһендә кемпинг хужалары Илфат һәм Алия Исмәғилевтар былау менән һыйланы, төрлө ҡамыр ризыҡтарын да тәҡдим итте. Ҡунаҡсыл, йомарт хужабикә үҙе лә саңғыға баҫты. Ауыл советы депутаты Марс Баһауетдинов, Иҙрис имам-хатибы Рәфис Садиҡов һәм Илфат Исмәғилев барлыҡ шарттарына килтереп саңғы трассаһы һалды. “Салауат эҙҙәре” туристик маршрутын популярлаштырыу, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау маҡсатында ойошторолған сара йыл һайын ошо урында уҙғарыласаҡ.