Бөтә яңылыҡтар
Спорт
12 Февраль 2019, 18:06

Батыр төйәгендә тыуа батырҙар

Әлкә урта мәктәбендә яҡташтарыбыҙ Рөстәм Аҙнағолов, Ранис Алтынбаев һәм Фәнил Әхтәровтың иҫтә­легенә арналған көрәш буйынса төбәк-ара турнир уҙғарылды.

Әлкә урта мәктәбендә яҡташтарыбыҙ Рөстәм Аҙнағолов, Ранис Алтынбаев һәм Фәнил Әхтәровтың иҫтә­легенә арналған көрәш буйынса төбәк-ара турнир уҙғарылды.

Йәштәр араһында милли көрәште үҫтереү, сәләмәт тормошто пропагандалау, спортҡа ылыҡтырыу, һәләк булған спорт­сыларҙың исемен мәңгеләштереү, иң көслө баһадирҙарҙы билдәләү кеүек маҡсаттарҙы алған ярышҡа Салауат батырҙары ғына түгел, ә күрше райондарҙың иң көслө спортсылары ла йыйылды.

Спорт залы геүләп торҙо. Һәр район үҙенең вәкилен иң шәбе, иң көслөһө итеп күрергә теләне. Судьялар ғына түгел, дуҫтары ла көрәшселәрҙең һәр хәрәкәтен етди күҙәтте. Һәр ауырлыҡ категорияһында алыш көсөргәнешле барҙы. Ярыштың һуңында еңеүселәр билдәле булды. Төрлө ауырлыҡ үлсәмендә Леонис Сиражев (Әлкә), Батыр Мөхәмәҙиев (Тирмән), Илдан Камалетдинов (Әлкә), Артур Аҙналин (Мөрсәлим), Ильяс Һаҙыев (Лағыр), Фәнүр Байышев (Мәсәғүт), Артем Якимов (Лағыр), Хәбир Сәмиғуллин (Янғантау), Солтан Әхмәтшин (Нәсибаш) еңеү яуланы. Призерҙарға Маҡтау грамоталары, миҙалдар һәм аҡсалата бүләк тапшырылды.
Читайте нас: