Бөтә яңылыҡтар
Спорт
7 Декабрь 2018, 14:15

Йәнә салауаттар, йәнә еңеүселәр!

Салауаттар бер ерҙә лә һынатмай. Был юлы көрәшселәр районыбыҙға ҙур дан алып ҡайтты: бар ауырлыҡ категорияһында ла улар алдынғылыҡты бирмәне.

Милли көрәш буйынса республика Чемпионаты яңы ҡағиҙәләр менән үтте. Бынан ары дәғүәсеһен ырғытҡан саҡта көрәшсе арҡаһы менән келәмгә тейеп үтә икән, уға бер штраф мәрәй бирелә. Был хәл йәнә ике тапҡыр ҡабатланһа, спортсы еңелгән тип иҫәпләнә. Күп спортсылар яңы ҡағиҙәләргә риза түгел.

Тағы ла бер яңылыҡ: бынан ары көрәштә 9 түгел, ә 10 ауырлыҡ категорияһы буласаҡ. 130 килограмдан ауырыраҡ спортсылар айырым көрәшәсәк.

Ә шулай ҙа яңы ҡағиҙәләр беҙҙең көрәшселәргә ҡамасауламаны. Динис Нурмөхәмәтов һәм Наил Мөхәмәтйәнов үҙ ауырлыҡ категорияларында чемпион булды. Улар Рәсәй чемпионатында ҡатнашасаҡ. Арҡауылдан Илнур Ғайнанов, Татар Малаяҙы ауылынан Азат Фәтҡуллин, һәм Лағырҙан Илнур Бикмөхәмәтов 3-сө урынға лайыҡ булды.

  • Яңы ҡағиҙәләргә ҡарашығыҙ ниндәй?

Адик НУРМӨХӘМӘТОВ, өҫтәмә белем биреү педагогы:

– Яңы ҡағиҙәләрҙең ыңғай ҙа, кире яҡтары ла бар. Был ҡағиҙә бәйгене һөҙөмтәле итә тиһәң, хата булмаҫ. Күп ваҡыт спортсыларҙың алышы оҙаҡҡа һуҙыла, тамашасылар ҙа унан ялҡа, көрәшселәр ҙә арый. Яңы ҡағиҙә уны тиҙәйтеп ебәрә. Әммә шунда уҡ ырғытыуҙарҙың “матурлығы” юғала, көрәшселәр арҡа менән йығылмаҫ өсөн һаҡсыл ҡылана. Шуға ла үҙебеҙҙең һабантуйҙарға был ҡағиҙәләрҙе индермәйәсәкбеҙ, уларҙы элеккесә үткәрәсәкбеҙ.

Илнур БИКМӨХӘМӘТОВ, Лағыр ауылынан көрәшсе:

– Әлбиттә, яңы ҡағиҙәләр менән көрәшеүе ауырыраҡ булды. Әммә спорт төрҙәренә һәр ваҡыт ниндәйҙер яңылыҡтар индерелеп тора, оҙаҡламай яңы ҡағиҙәләргә лә күнегербеҙ, тип уйлайым. Нисек булһа ла, ҡағиҙәләргә өйрәнеп, еңергә тырышырға кәрәк.

Динис НУРМӨХӘМӘТОВ, көрәш буйынса республика чемпионы, Рәсәй призеры :

– Бынан ары спортсылар дәғүәсеһен ырғытыуҙан бер ни тиклем тыйыласаҡ, тип уйлайым. Чемпионатта бәхәсле хәлдәр теркәлде : 5-кә 1 мәрәй менән еңеп килгән спортсы арҡаһы менән келәмгә өс тапҡыр тейеп үткәйне, еңеүҙе уның дәғүәсеһенә бирҙеләр. Был бик үк дөрөҫ түгел. Киләсәктә, бәлки, бының өсөн еңеү түгел, ә балл ғына бирергәлер?
Читайте нас: