Бөтә яңылыҡтар
Спорт
9 Июль 2018, 17:13

Мөмкинлектәре сикләнһә лә...

Ҡаршылыҡтарҙы яулар көс бар уларҙа

Беҙҙең район биләмәһендә етенсе тапҡыр инвалидтар араһында спорт туризмы буйынса “Йүрүҙән – 2018” Бөтә Рәсәй фестивале үтте. Яңы Ҡаратаулы ауылы янында, йәмле Йүрүҙән буйында илебеҙҙең төрлө төбәктәренән килгән 10 команда үҙ-ара көс һынашты.

Фестивалде асыу тантана­һында район хакимиәте башлығы Марс Кашапов, район Советы рәйесе, “Янғантау” геопаркы етәксеһе Ринат Әбдрәшитов, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Илдар Бикбаев, Бөтә Рәсәй Инвалидтар йәмғиәте рәйесе урынбаҫары, Рәсәй Инвалидтар спорт союзы президенты Флүр Нурлығаянов, Башҡортостан Республика Инвалидтар йәмғиәте рәйесе Олег Ротов ҡатнашты. “Үҙегеҙҙең ихтыяр көсөгөҙ менән ҙур ҡаршылыҡтарҙы үтәһегеҙ, бының менән һеҙ сәләмәт кешеләргә өлгө булып тораһығыҙ”, – тигән һүҙҙәрен, старт алдынан изге теләктәрен еткерҙе спортсыларға сығыш яһаусылар.

Командалар өс көн буйына йәйәүле, һыу, тау туризмы һәм хәрәкәт итеү сараһындағы туризм төрҙәре буйынса бәйге тотто. Терәк-хәрәкәт ағзалары ҡаза күреп, физик мөмкинлектәре сикләнһә лә, спортсы-инвалидтар коляскаларҙа ҡаршылыҡтарҙы үтеү, кәмәләрҙә ярышыу, ҡаяға үрмәләү кеүек ҡатмарлы дистанциялар буйынса ярышты. Башҡортостан һәм район абруйын “Салауаттар” командаһы яҡланы. Уның етәксеһе Миннислам Вахитов бер бер урынлы кәмәлә уҙышҡанда – 1-се, коляска ярышында 3-сө урынға сыҡты. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Алина Йәмилова коляскала – 2-се, кәмәлә 3-сө урынды алды. Йәйәүле туризмда Зинаида Рамазанова – 2-се, тау туризмы ярышында Алик Низаметдинов – 3-сө урында. Дүрт кешелек катамаранда һыу туризмы бәйгеһендә “Салауаттар” командаһы еңеү яуланы. Ә дөйөм команда иҫәбендә улар өсөнсө урынға лайыҡ булды.

Яңыраҡ Салауат районы инвалидтар йәмғиәте командаһы республика чемпионатында еңеү яулап ҡайтты. Быйыл мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр араһында спорт туризмы буйынса республика ярышы Мәсетле районында үтте.
Читайте нас: