Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов йәкшәмбе, 27 майҙа, «1000 велосипедсы көнө» спорт фестивалендә ҡатнашты. Сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, Рөстәм Хәмитов быйылдан майҙың һуңғы йәкшәмбеһе Рәсәй Велопарадтар көнө тип иғлан ителеүен билдәләне.
«Үҙебеҙҙең байрам барлыҡҡа килде. Ошо уңайҙан һеҙҙе ҡотлайым! Алда йәй һәм көҙ – велосипедсылар миҙгеле. Беҙ велосипедта йөрөрбөҙ, тәбиғәткә, бер-беребеҙгә шатланырбыҙ. Әлбиттә, көс-дәрт, яҡшы кәйеф алырбыҙ, һаулыҡты нығытырбыҙ. Бөгөн майҙанға килгәндәрҙең барыһына ла афарин! Беҙ күп, 10 мең самаһы, тиҙәр. Әлеге велопарадты һигеҙенсе йыл ойошторабыҙ. Йәнә бер тапҡыр байрам менән ҡотлайым, иң изге теләктәремде еткерәм. Алға!».
Рөстәм Хәмитов байрамда ҡатнашыусылар менән бергә Өфөнөң Ленин исемендәге майҙанынан алып Конгресс-холға тиклем 10 саҡрым ара үтте. Фестиваль майҙансығында Башҡортостан Башлығы велохәрәкәт әүҙемселәре менән аралашты һәм стендтағы ҡала велосипед инфраструктураһы торошо хаҡында мәғлүмәт менән танышты. Журналистар менән әңгәмәлә республика Башлығы арауыҡты бер ниндәй ауырлыҡһыҙ, бер сәғәт туғыҙ минут эсендә үтеүе тураһында һөйләне.
«Ошо йоланы дауам итеү бик яҡшы. Мин велоуҙышты ойоштороусылар менән велосипед темаларын тикшерҙем. Республикала велоюлдар төҙөү программаһын әҙерләү тураһында һөйләшеп килештек. Был теманы үҫтерергә кәрәк, тип иҫәпләйем. Әлегә велоспорт менән шөғөлләнеү өсөн заманса инфраструктура, мөмкинлектәр етешмәй. Шуға күрә замандан артта ҡалырға ярамай. Яңы юлдар төҙөрбөҙ, — тине Рөстәм Хәмитов. — Майҙың һуңғы йәкшәмбеһендә республиканың барлыҡ ҡалаларында велопарадтар уҙғарырға кәрәк, тип уйлайбыҙ. Бөгөнгө велоуҙышты ойоштороусылар менән киләһе йылға ҡалалар араһында бүлеү варианттарын тикшерәбеҙ. Үҙем дә икенсе ҡалаға барырға теләйем, бәлки, Стәрлетамаҡҡа, Салауатҡа, Нефтекамаға – ҡарарбыҙ. Был хәрәкәтте үҫтерергә кәрәк. Халыҡтың машинанан велосипедҡа күсеп ултырыуы бик ҡыҙыҡ һәм мөһим. Шуға ынтылабыҙ ҙа».
Марафон тамамланғас, Конгресс-холл янында ғаилә һәм балалар майҙансыҡтары, концерт зонаһы асылды, төрлө оҫталыҡ дәрестәре һәм конкурстар ойошторолдо. Фестиваль инициаторҙары ҡул эштәре, кейем-һалым һәм велосипед символикаһы төшөрөлгән сувенирҙар йәрминкәһе уҙғарҙы. Сара барышында балалар һәм ҡарттар йорттарына ярҙам итеү өсөн хәйриә акциялары үтте.
Белешмә. «1000 велосипедсы көнө» Өфөлә 2011 йылдан уҙғарыла. Ошо ваҡыт эсендә унда 50 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Фестивалдең төп маҡсаттары — әүҙем, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, көндәлек транспорт төрө булараҡ велосипедты популярлаштырыу, шулай уҡ велотранспорт инфраструктураһын үҫтереү мәсьәләләренә йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү.
2018 йылдан спорт байрамы Бөтә Рәсәй Велопарадтар көнө сиктәрендә уҙа.