Бөтә яңылыҡтар
Спорт
22 Май 2018, 12:24

"Йөрәк иҫләй..."

Хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған яугирҙар, юғары үрҙәргә ынтылғанда үлгән спортсылар иҫтәлегенә “Йөрәк иҫләй...” тип аталған спорт фестивале быйыл Салауат төбәгенә бөтәһе 19 команданы йыйҙы. Беҙҙә икенсе йыл рәттән уҙғарылған был ҙур сара быйыл “Янғантау” геопаркы исеме аҫтында үтте.

Хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған яугирҙар, юғары үрҙәргә ынтылғанда үлгән спортсылар иҫтәлегенә “Йөрәк иҫләй...” тип аталған спорт фестивале быйыл Салауат төбәгенә бөтәһе 19 команданы йыйҙы. Беҙҙә икенсе йыл рәттән уҙғарылған был ҙур сара быйыл “Янғантау” геопаркы исеме аҫтында үтте. Иҙрис ауылынан алыҫ түгел, Салауат мәмерйәһе ҡаяһы башындағы аҡланда, хозур тәбиғәт ҡосағында Башҡортостандың район-ҡалаларынан һәм Силәбенән килгән командалар палаткалар ҡороп, өс көн буйына хәрби-ялан шарттарында ятты.

Спорт фестивален асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Марс Кашапов, “Янғантау” геопаркы етәксеһе Ринат Әбдрәшитов, БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының ойоштороу-киң күләм эше бүлеге начальнигы Гөлназ Дауытова, райондың хәрби хәрәкәттәре ветерандары берлеге рәйесе Рөстәм Хөснуллин, республиканың Альпинизм федерацияһы төбәк йәмәғәт ойошмаһы вәкиле Олег Ғәзимуллин йәш егет-ҡыҙҙарға уңышлы старттар теләне.

Марс Фәррәх улы, спортсыларҙы батыр Салауат ерендә сәләмләгәндә, был фестивалдең йыл һайын беҙҙә үтәсәген хәтергә төшөрҙө. Ринат Хатмулла улы: “Һеҙ легендар милли батыр Салауат Юлаевтың тыуған төйәгенән тыш, ЮНЕСКО ҡарамағына инәсәк Рәсәйҙәге тәүге геопарк биләмәһенә килгәнһегеҙ”, – тине сарала ҡатнашыусыларға.

Ярышта туристик, эҙәрмәнлек, хәрби-патриотик клубтар, секциялар, түңәрәктәрҙә шөғөлләнеүсе 12 – 18 йәшлек уҡыусылар сығыш яһаны. Беҙҙең район данын Дыуан күп профилле колледжының Малаяҙ филиалынан “Салауат тоҡомдары” (2 команда) (һүрәттә) һәм Лағыр урта мәктәбенең “Салауат” хәрби-патриотик клубтары тәрбиәләнеүселәре яҡланы. Улар техник, хәрби спорт төрө, альпинизм һәм скайраннинг буйынса көс һынашты. Һөҙөмтәлә Дыуан районы командаһы беренсе урынды яуланы.
Читайте нас: