Бөтә яңылыҡтар
Спорт
13 Март 2018, 10:49

Редакция кубогы – “Янғантау”ҙарҙа

Йыл һайын яҙ башында район гәзите редакцияһы спорт байрамы ойоштора. “На земле Салавата”ның 26-сы күсмә кубогына мини-футбол ярышына быйыл тиҫтәгә яҡын команда йыйылды.

Йыл һайын яҙ башында район гәзите редакцияһы спорт байрамы ойоштора. “На земле Салавата”ның 26-сы күсмә кубогына мини-футбол ярышына быйыл тиҫтәгә яҡын команда йыйылды.
Командаларҙы Салауат районы мәғлүмәт үҙәге директоры Нурислам Низаметдинов менән район хакимиәтенең физик культура, спорт һәм туризм комитеты рәйесе Илдар Фәйзуллин сәләмләне. Уйын 1-се Малаяҙ урта мәктәбе һәм Дыуан күп профилле колледжы филиалы спорт майҙан­сыҡтарында үткәрелде.
Ярышта Арҡауыл ЛПУ-ның 1-се (2016 – 2017 йылдарҙағы еңеүсе команда), ЛПУ-2, Малаяҙҙан гимназия, “Меридиан”, “Барс”, редакция, Дыуан колледжы филиалы, Торналы ауылынан һәм “Янғантау” шифаханаһынан командалар ҡатнашты. Көсөргәнешле уйын барышында финалға өс команда сыҡты. Һөҙөмтәлә редакцияның күсмә кубогын “Янғантау” шифаханаһы командаһы яуланы. Икенсе – Арҡауыл ЛПУ-ның 2-се командаһы, өсөнсө урынды Малаяҙ башҡорт гимназияһының сығарылыш уҡыусыларынан тупланған йыйылма командаһы алды. Улар барыһы ла миҙалдар, грамоталар һәм аҡсалата приздар менән бүләкләнде.
Иң яҡшы уйынсылар – Янис Баймырҙин менән Рәми Тажетдинов (икеһе лә – “Янғантау”ҙан), Азамат Нафиҡов (АЛПУ-2), Эдвард Абзалов (гимназия), иң яҡшы тренерҙар булып Ян Минғәлиев (“Янғантау”) һәм Рауил Закиров (Дыуан һәм күп профилле колледжы филиалы) танылды.
Һәр йылда ла байтаҡ команданы туплаған был турнир был юлы ла яҡшы үтте. Көндөң һалҡын булыуы ла ҡар өҫтөндә туп уйнарға яратыусыларға ҡамасауламаны.
Читайте нас: