Сара Оло Ыҡтамаҡ ауылының “Атлант” стадионында үтте. Командалар конькиҙа йүгереү (эстафета), саңғыла уҙышып, пейнтбол мылтығынан атыу буйынса мәргәнлектә, етеҙлектә, сыҙамлыҡта көс һынашты. Район хакимиәтенең физик культура спорт һәм туризм комитеты рәйесе Илдар Фәйзуллин етәкселегендәге беҙҙең команда яҡшы сығыш яһаны. Район данын унда хакимиәт хеҙмәткәрҙәре: муниципаль контроль буйынса әйҙәүсе белгес-юрист Регина Ғилметдинова, кадрҙар буйынса баш белгес Альбина Ғиләзева, финанс идаралығы әйҙәүсе белгесе Гөлшат Уральская, КУС-тың әйҙәүсе белгесе Рөстәм Йәғәфәров, программист Илфат Зиннуров һәм водитель Янис Исрафилов яҡланы. Һөҙөмтәлә Салауат районы командаһы беренсе урын алды. Икенсе – Дыуан, өсөнсө урын Ҡыйғы районы хакимиәте командаһына бирелде.