Бөтә яңылыҡтар
Спорт
16 Февраль 2018, 11:39

Хоккей берләштерә, сыныҡтыра, рухты нығыта

Лағыр урта мәктәбенең “Аҡбуҙат” хоккей командаһында кескәйҙәр ҙә, өлкән кластар ҙа уйнай

Лағыр урта мәктәбе элек-электән үҙҙәренең спортсылары менән дан тота. Сөнки мәктәптә белем генә түгел, ә патриотик тәрбиә биреүгә, балаларҙы сыныҡтырыуға, һынмаҫ рухлы итеп үҫтереүгә ҙур өҫтөнлөк бирелә. Һәм, әлбиттә, лағырҙарҙы хоккей командаһыҙ күҙ алдына килтереп булмай.
2010 йылда ойошторолған “Аҡбуҙат” хоккей командаһы бөгөнгәсә уңышлы эшләп килә. Унда барыһы 32 бала шөғөлләнә. Улар араһында 2-се класс уҡыусылары ла, өлкәндәр ҙә бар. Үҫмерҙәр һәм балалар командаһына мәктәп директоры Ринат Ситдиҡов етәкселек итә. Тәжрибәле, хоккей уйынының нескәлектәрен яҡшы белгән Ринат Даян улы тәрбиәселәрен һәр ваҡыт яңы үрҙәргә әйҙәй, көн һайын улар менән шөғөлләнә. Шуныһы бигерәк тә ҡыуаныслы, командала егеттәр генә түгел, ә ҡыҙҙар ҙа бар. Уларҙы ауырлыҡтан ҡурҡмаған, батыр йөрәкле, сая ҡыҙҙар, тип әйтеү дөрөҫ булыр. Сөнки хоккей ҡурҡаҡтар уйыны түгел. Сәкән тотоп, бер нисә килограмм ауырлыҡтағы махсус формала боҙҙа йөрөү, шайбаны тиҙ генә ҡапҡаға һуғып индереү өсөн ни тиклем оҫталыҡ, сәм, көс кәрәк. Сер түгел, хоккей уйнаған саҡта төрлө хәлдәр ҙә була. Әммә Лағыр ҡыҙҙары өсөн был кәртә түгел, хатта 10-сы класс уҡыусыһы Альбина Тарханова ҡапҡасы булырға йөрьәт иткән. Шулай уҡ Милә Зәйнуллина, Ирина Хәсәнова һәм Азалия Миндебаева ла (һүрәттә) егеттәрҙән ҡалышмай, хоккей уйнай.
“Аҡбуҙат”тарҙың был тәңгәлдә уңыштары ла етерлек. Улар район кимәлендә үткәрелгән “Алтын шайба” ярышында өсөнсө йыл рәттән береһенә лә ал бирмәй, еңеүсе була. Шулай уҡ үҙ көстәрен республика чемпионатында һынап, призлы урындар алғандар. Быйыл иһә улар Малаяҙ, Янғантау хоккей командалары менән иптәштәрсә осрашыу уҙғарған.
Хоккей лағырҙарҙы берләштерә тиһәң, хата булмаҫ. Уйнарға мәктәпте, ауылдаштарын һағынып ҡайтҡан студенттар, йәштәр ҙә килә.
– Спорт – беҙҙе төрлө яҡлап үҫтерә, ауырлыҡтар алдында һынып ҡалмаҫҡа, уларҙы еңергә өйрәтә, – ти “Аҡбуҙат” хоккейсылары.
Читайте нас: