Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Февраль 2017, 11:39

Яҡташтар кубогы беҙҙең йәштәрҙә

Малаяҙҙа Салауат районы яҡташтар кубогынабаскетбол буйынса турнир үтте

Баскетбол буйынса асыҡ турнир Башҡор­тостандың һәм БР Мосолмандары диниә наза­ратының 100 йыл­лыҡтарына ар­налды һәм ул каникул мәлендә төньяҡ-көнсығыш ра­йондары йәштәре араһында уҙҙы.

Ярышта Янғантау, Арҡауыл, Малаяҙ башҡорт гимназияһының ҡыҙҙар, егеттәр коман­далары һәм Малаяҙ, Гусевка, Мөрсәлим ауылдары, Ҡыйғы районы йәштәренең йыйылма командалары ҡатнашты. Көн оҙоно дауам иткән спорт ярышы ҡыҙыҡлы ла, шул уҡ ваҡытта мауыҡтырғыс та барҙы. Һөҙөмтәлә егеттәр араһында Салауат районы яҡташтар берекмәһенең 1-се командаһы еңеүсе булды. 2-се урынды – Арҡауыл ауылы йәштәре, 3-сө урынды Салауат районы яҡташтар берекмәһенең 2-се командаһы яуланы. Ҡыҙҙар араһында ла уйын бик сәмле барҙы. Арҡауыл йәштәре береһенә лә алдынғылыҡты бирмәй, 1-се урынға лайыҡ булды. 2-се урынды – Салауат районы яҡташтар берекмәһе, 3-сө урынды Малаяҙ башҡорт гимназияһы командаһы яуланы.

Әйткәндәй, 2017 йыл Салауат районы йәштәре өсөн шатлыҡлы еңеү менән башланды. Йыл дауамында беҙҙең йәштәр һынатмаҫ, бар ерҙә әүҙем булып, уңыштарға ирешер, тип ышанабыҙ.

Читайте нас: