События и факты
10 Сентября , 04:55

Октябрҙә республика халҡын ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә

Өҫтәмә ял көнө Республика көнөн байрам итеү менән бәйле.

Добавить в предпочтительные источники Google
Октябрҙә республика халҡын ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтәОктябрҙә республика халҡын ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә
Октябрҙә республика халҡын ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә

Башҡортостан Республикаһы көнө 11 октябрҙә билдәләнә. 2026 йылда был дата йәкшәмбегә тура килә.

«Байрам һәм иҫтәлекле көндәр тураһында» республика законына ярашлы, байрам һәм ял көндәре тап килһә, ял көнө унан һуңғы эш көнөнә күсерелә — был осраҡта дүшәмбе, 12 октябргә.

Шулай итеп, республикала йәшәүселәрҙе биш көнлөк эш аҙнаһында өс көн рәттән — 10 октябрҙән 12-нә тиклем (шәмбенән дүшәмбегә тиклем) ял көндәре көтә. Байрамдарҙан һуң тәүге эш көнө – 13 октябрь.

Башинформ яҙғанса, 2027 йылға байрам һәм ял көндәре билдәле булды.

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Автор:"Башинформ"