+30 °С
Болотло
Рәсәй парламентының яңы закон сығарыу башланғысы тураһында Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин хәбәр итте.
Уның һүҙҙәренсә, банктарҙың үҫмерҙәргә ата-әсәләрҙең яҙма ризалығы менән генә иҫәп асырға хоҡуғы тураһында закон проектын депутаттар беренсе уҡыуҙа май айында ҡарарға ниәтләй.
Хәбәр иткәнебеҙсә, 1 февралгә Башҡортостанда йәшәүселәрҙең банк вкладтары күләме 750 миллиард һум тәшкил иткән һәм бер йылда 24% артҡан.