Районыбыҙҙың киләсәге инициативалы, тырыш, аҡыллы йәштәр ҡулында. Дәүләт тә әүҙем йәштәргә ярҙам итергә әҙер. Шундай ярҙам итеү сараларҙың береһе ул инвестиция сәғәте. Мәҡәлә геройыбыҙ эшлекле шәхси эшҡыуар, оҫта педагог, “Яҡшы компания " балалар үҫеше үҙәге етәксеһе Лариса Фәйзуллина һөйләүенсә, унда мәктәп асыу хыялы тыуғас, ул район Хакимиәтенә мөрәжәғәт иткән һәм уның проекты инвестиция сәғәтендә ҡаралған. Инвестиция сәғәте - Радий Хәбиров индергән тәүге тармаҡ сәғәте. Үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәтеп, бындай формат башҡа күп тармаҡтар һәм өлкәләр буйынса үҙ-ара эш итеү форматы булараҡ индерелә.
Үҫеш үҙәге нисек барлыҡҡа килгән, бөгөн нисек эшләй, Лариса Патрис ҡыҙы тағы ниндәй идеялар менән яна? Бөгөнгө әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.
- Иң тәүҙә һеҙҙең менән яҡындан танышып үтәйек.
- Мин Ханты-Манси округында тыуып үҫтем. Алты йыл балалар сәнғәт мәктәбенең художество бүлегендә уҡыным, 11-се класты тамамлағас, Силәбе ҡалаһына уҡырға индем. Мин шәхси юғары уҡыу йортонда Рус-Британ идара итеү институтында юғары белем алдым. Дизайнер һөнәрен үҙләштергәс, Нижневартовск ҡалаһына ҡайтып, хеҙмәт юлымды башланым. Һәр эшем балалар үҙәктәре йәки ижади студиялар менән бәйле булды. Тап шунда балаларға ҡарата һөйөү барлыҡҡа килгән, тип уйлайым. Мин һәр ваҡыт эшкә яуаплы ҡараным, үҙемдән талап ителгәндән күберәк эшләнем. Уҡытыусы булып эшләгәндә коллегаларымды күп саҡта алыштырырға тура килде. 2018 йылда йәйге осорҙа Ҡырымда аниматорҙар етәксеһе булып эшләнем. Минең менән 8 студенттан һәм 2 өлкән тәрбиәсенән торған ҙур команда эшләне. Һуңынан “Йәйғор” балалар үҙәгендә администратор булып эшкә урынлаштым, өс айҙан Силәбе ҡалаһында уның етәксеһе булдым. Артабан беҙ әсәйем менән Малаяҙға күсеп килдек.
- Салауат районы менән һеҙҙе нимә бәйләй?
- Cалауат районы ата-әсәйемдең тыуған ере. Әсәйем – Торналы ауылынан булһа, атайым Нәсибаш ауылында өләсәйем тәрбиәһендә үҫкән. Әсәйем минең терәк һәм ярҙамым булып, ғүмер буйы ХМАО-ла эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡас, тыуған иленә, туғандарына эргәһенә ҡайтырға теләне. Уның менән бергә 2019 йылда тыуған еребеҙгә күсеп ҡайттыҡ. Бында мин бала сағымдың һәр йәйен үткәрҙем. Шуға күрә урындар миңә яҡшы таныш ине.
Салауат районында хеҙмәт юлымды “Фотоцентр”ҙа дизайнер булып дауам иттем. Унда бер-нисә йыл эшләгәс, “Шоңҡар” йәштәр һәм үҫмерҙәр клубына урынлаштым.
- Һеҙҙе “Ҡатын - ҡыҙ-милләт әсәһе” Бөтә Рәсәй конкурсында “Иң йәш йәмәғәтсе” номинацияһы еңеүсеһе, 2022 йылда Башҡортостан Республикаһында “Йыл ирекмәне”, бихисап Бөтә Рәсәй конкурстары еңеүсеһе, грант отоусы булараҡ беләбеҙ. Шул хаҡта тулыраҡ һөйләп китһәгеҙ ине.
- Конкурстар тураһында мин “Шонҡар”ҙа эшләгәндә беренсе тапҡыр ишеттем, һәм үҙем ҡатнашып ҡарарға йөрьәт иттем. Гранттар конкурсына беренсе ғаризанан алып беренсе еңеүгә тиклем 1,5 йыл үтте. Был эште ташларға, был, моғайын, минең йүнәлеш түгелдер, тип тә уйлағайным. Грант алған беренсе проектымды ике тапҡыр кире ҡаҡтылар. Әммә мин ышанысымды өҙмәнем, еңеүгә ышандым. Шулай килеп сыҡты ла. Иң тәүҙә Ул “Тыуған яҡты өйрәнеү уйыны” проекты менән 170 мең һум күләмендә грант оттом. Проект “Dobble. Беҙ - Салауат тоҡомо” өҫтәл уйыны аша районыбыҙҙың 14-35 йәшкә тиклемге үҫмерҙәрҙең һәм йәштәрҙең тыуған яҡты өйрәнеү ҡыҙыҡһыныуын үҫтереүҙе күҙ уңында тотто. Проект сиктәрендә урындағы тыуған яҡты өйрәнеү материалы нигеҙендә өҫтәл уйынын әҙерләнем, һәм ул бөгөнгәсә тормошҡа уңышлы ашырыла. Икенсе "Янғантау ауылындағы үҫмерҙәр өсөн мәғрифәтселек киңлеге " проект иһә 315 000 һум күләмендә грант ярҙамы алды. Проекттың төп маҡсаты Янғантау ауылында заманса киңлек булдырыу юлы менән Салауат районының 14-17 йәшлек үҫмерҙәрендә ауыл тормошона ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм уны һаҡлау. Үҫмерҙәр өсөн "Ауыл өсөн кадрҙар" мәғариф киңлеге үҙ эсенә районда йәшәгән эшҡыуарҙар, ауыл биләмәләре башлыҡтары, табиптар, педагогтар, коммерцияға ҡарамаған ойошма вәкилдәре һәм башҡа үҙ эшенә әүәҫ кешеләр менән осрашыуҙарҙы, оҫталыҡ дәрестәрен, түңәрәк өҫтәлдәрҙе, стажировкаларҙы ала. Мәғариф проекты сиктәрендә үҫмерҙәр тәүге практик тәжрибә аласаҡ, универсаль шәхси компетенцияларын асасаҡ, командала етәкселәр менән эшләргә өйрәнәсәк, үҙ идеяларын әҙерләйәсәк, тәүге бизнес-проекттар булдырасаҡ, уларҙы “Минең беренсе стартым” конкурсы сиктәрендә тәҡдим итәсәк, остаз табасаҡ һәм уларҙы тормошҡа ашыра башлаясаҡ. Был проект бөгөн иһә “Яҡшы компания " балалар үҫеше үҙәгендә тормошҡа ашырыла.
- Ҡыҙыҡлы мәктәп. Нисек бындай форматтағы мәктәп булдырыу идеяһы килде?
- Был идея миңә 2017 йылда килде. Әсәйемә үҙем өсөн эшләргә һәм ижад менән шөғөлләнергә теләүемде әйттем, ул бала саҡтан уҡ минең идеяларымды хупланы. Тәүҙә “Яҡшы компания” Мәсәғүттә асылды. Ул ваҡытта педагогик белеме булмағанлыҡтан, мин ижади йүнәлештәр буйынса дәрестәр ойошторҙом. Малаяҙ ауылында ҡыҙыҡлы мәктәпте асҡас, Мәсәғүттә ябырға мәжбүр булдым. Шулай уҡ беҙ ижади форматтан ғына киттек, тәжрибә туплағас, өҫтәмә белем биреү хеҙмәттәрен күрһәтәбеҙ, һәм яҡшы компания балалар үҫеше үҙәге статусына эйә. Минең иң мөһим бурысым - балаларҙы уҡыуға дәртләндереү. Һәм был процесс күңелһеҙ булмаҫҡа тейеш.
- Малаяҙҙа һәм Янғантауҙа мәктәптәр нимәһе менән айырыла ? Уларҙың үҙенсәлектәре тураһында һөйләп китһәгеҙ ине.
- Улар бер төрлө үҙәктәр. Үҙәктәрҙе йыһазландырыу һәм курстарҙы тулыландырыу бер үк. Беҙҙә уникаль мотивация системаһы төҙөлгән - ҡаҙаныштар көндәлектәренән алып, “тылсымлы ҡумта” нан бүләктәр һәм курсты тамамлау тураһында сертификаттар менән тамамлау. Беҙ балаларға биргән заданиелар йыш ҡына мин үҙем эшләйем һәм CorelDraw программаһында һүрәтләйем. Шулай уҡ коллегаларыбыҙҙың заданиеларын файҙаланабыҙ - беҙ президент гранттары фонды еңеүселәре “Таяныс нөктәһе” социаль үҙәге менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ , уларҙан заданиелар һатып алабыҙ. Шуға күрә беҙ балаларға биргән заданиелар интернетта юҡ, улар үҙенсәлекле. Бөгөн мәктәпкә 80-гә яҡын бала йөрөй, уларһы беҙ ун төркөмгә бүлгәнбеҙ.
- Мәктәптәрҙе асҡанда ниндәй ауырлыҡтар менән осрашырға тура килде ?
- Белемһеҙлек арҡаһында проблемалар күп булды. Мин стратег та, математик та түгел. Мин ирекле рәссам, шуға күрә тәүҙә килем алманым. Шунлыҡтан башта үҙемде эшҡыуар тип әйтә алманым. Хәҙер был хаҡта ғорурланып әйтәм!
- Мәктәптә нисә кеше эшләй ?
- Әлеге ваҡытта минең менән бергә 3 уҡытыусы. Мартта беҙгә тағы бер уҡытыусы ҡушыласаҡ. Мин команданы һайлауға бик ентекле ҡараным - уҡытыусыларҙың минең уҡыуға һәм балаларға һөйөүгә ҡарашымды уртаҡлашыуы миңә бик мөһим ине. Уҡытыусыларҙың һәр береһе мине сағылдыра. Һәр береһе йәмәғәт эшмәкәре, бик күп проекттары бар, изге күңелле, үҙ эшенең профессионалдары.
- Мәктәптәр нисек йыһазландырылған ?
- Үҙәктәрҙә балаларҙың уҡыуы өсөн барыһы ла бар. Кабинеттар демонстрация ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Өҫтәл уйындарының яҡшы базаһы бар. Ай һайын беҙ коллекциябыҙҙы тулыландырабыҙ. Хәҙер иҙәнде яңыртырға һәм шторалар һатып алырға ниәтләйбеҙ.
- Һеҙҙеңсә бөгөнгө заман уҡытыусы ниндәй булырға тейеш?
- Был хаҡта Мурашев “Икенсе мәктәп” китабында бик яҡшы яҙған. Бөгөнгө заман уҡытыусыһы балалар менән бер телдә һөйләшергә, улар ҡыҙыҡһынған әйберҙәр менән ҡыҙыҡһынырға тейеш. Шулай уҡ педагогҡа баланы үҙенә тиң итеп күреү ҙә мөһим.
- Белеүебеҙсә, үҙәктәрҙә балалар өсөн генә түгел, ә ололарға ла төрлө оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә.
- Эйе, бөгөн теләүселәр өсөн шәм, күләмле картиналар эшләү, живопись, скрапбукинг буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Ололар уларға ҙур теләк менән йөрөй.
- Лариса Патрис ҡыҙы сер булмаһа, ниндәй идеялар менән тағы ла янып йәшәйһегеҙ?
- Яңыраҡ тағы ла бер йүнәлештә эшләргә ҡарар иттек. Ул – балалар байрамдарын биҙәү һәм ойоштороу. Был эштә мин үҙемдең яныма студенттарҙан һәм уҡыусыларҙан торған команда йыйҙым. Хәҙер костюмдар, декорациялар һатып алыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Шулай уҡ үҙәккә йөрөүселәр һаны арта, башҡа ауылдарҙа ла ата-әсәләр бындай үҙәктәр булдырыуҙы һорай. Киләсәктә өҫтәмә төркөмдәр булдырырға, уҡытыусылар һанын арттырырға ниәтләйбеҙ. Үҙәкте булырырға ярҙам иткән барыһына ла, бигерәк тә район башлығы Марс Кашапов һәм уның урынбаҫары Илшат Хасановҡа рәхмәтлемен.
- Әңгәмә өсөн рәхмәт!