Бөтә яңылыҡтар
События и факты
30 Июль 2024, 10:04

"Иҙрис" геологик-экологик һуҡмаҡ асылды

Иҙрис ауылы эргәһендә "Иҙрис" геологик-экологик һуҡмағын рәсми асыу тантанаһы үтте.

"Иҙрис" геологик-экологик һуҡмаҡ асылды
"Иҙрис" геологик-экологик һуҡмаҡ асылды

 Башҡортостанда халыҡтың көкүрешен яҡшыртыуға, йәшәйештә уңайлы шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелгән бихисап проекттар уңышлы тормошҡа ашырыла.

"Кешеләр уңайлы мөхиттә ғүмер итһен, ялдарын файҙалы уҙғарһын өсөн беҙҙең яҡтан барыһы ла тормошҡа ашырыла, был тәңгәлдә бер ниндәй ҙә ҡатмарлыҡтар юҡ", тине сираттағы сығышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Иҙрис ауылы эргәһендә "Иҙрис" геологик-экологик һуҡмағын рәсми асыу тантанаһы үтте. Проект геопарктың әүҙем партнеры инвестицияларын йәлеп итеп Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан Республикаһындағы төбәк бүлексәһе гранты аҡсаһына тормошҡа ашырылды.
Асыу тантанаһына Өфөнән Рус география йәмғиәте ойошмаһының медиа-төркөмө килде, шулай уҡ "Янғантау" геопаркы активистары ла ҡатнашты. Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһенең Рәхмәт Хаты менән һуҡмаҡты булдырыуҙа ярҙам күрһәтеүселәр Илфат Исмәғилев, Гүзәл Данукалова, Евгения Осипова, Юрий Соколов, Полина Полежанкина, Минзәлә Вальшина, Денис Мокеев, Павел Нехороших билдәләнде.
Тантаналы өлөштән һуң барыһы ла яңы йыһазландырылған һуҡмаҡ буйлап йөрөнө. Был һуҡмаҡ буйлап теләгән һәр кем үҙаллы үтә ала, уға инеү урындары Idris Travel коворкингында, Иҙрис мәмерйәһе эргәһендәге түбәнге автостоянкала ла урынлашҡан.

Автор:Лиана Валиуллина
Читайте нас: