Бөтә яңылыҡтар
События и факты
26 Июль , 09:56

Торналы клубына – яңы театр ултырғыстары

Торналы ауылының күп функциялы клубына театр ултырғыстары (152 урын) һатып алынды һәм урынлаштырылды.

Торналы клубына – яңы театр ултырғыстары
Торналы клубына – яңы театр ултырғыстары

Торналы ауылының күп функциялы клубына театр ултырғыстары (152 урын) һатып алынды һәм урынлаштырылды. Был хаҡта мәҙәниәт бүлеге начальнигы Ильнур Вәлиев хәбәр итте. Ултырғыстарҙы  “Реаль эштәр” проекты сиктәрендә алынды.
Быға тиклем яңыртылған мәҙәниәт учреждениеһының тамаша залында ябай ултырғыстар ҡулланылған. Хәҙер тамашасылар яңы, йомшаҡ ултырғыстарҙа ултырып, рәхәтләнеп спектакль, концерттар ҡараясаҡ.
Торналы ауыл мәҙәниәт йорто күп йылдар дауамында ауыл клуб учреждениелары араһында рейтингта беренсе урынды биләй. Торналы клуб эшмәкәрлеге емешле һәм үҙенсәлекле. Мәҙәниәт йортоноң ижади коллективтары төрлө кимәлдәге конкурстарҙа призлы урындар яулай, саралар үткәреүҙең яңы формалары индерелә. Унда тырыш, үҙ һөнәрҙәрен яратыусы хеҙмәткәрҙәр эшләй.

Был берҙәм коллектив менән Винера Миңлеғәлим ҡыҙы етәкселек итә. Уны намыҫлы хеҙмәткәр, дәртле, ижади етәксе булараҡ беләләр. Ауыл мәҙәниәт йортонда 2005 йылда балалар өсөн “Әй ынйылары” бейеү ансамблен ойоштора, күп йылдар уның етәксеһе була. 2022 йылда коллектив “Художестволы үҙешмәкәрлектең өлгөлө коллективы” исемен яҡлай.

 - 2021 йылда Мәҙәниәт милли проектының Мәҙәни мөхит төбәк проекты сиктәрендә капиталь ремонт үткәрелде. 2021 йылда клубҡа “Ауыл күп функциялы клубы” статусы бирелде. Бөгөн төҙөкләндерелгән ауыл мәҙәниәт йорто ауыл халҡының тормошон ижад шатлығы менән тулыландырыусы мәҙәниәт усағы булып тора. Беҙгә клубыбыҙҙы ремотларға аҡса бүлгәндәргә һәм бындай программалар эшләгәнгә беҙ бик шатбыҙ, - ти Винера Миңлеғәлим ҡыҙы. 

Автор:Лиана Валиуллина
Читайте нас: