Бөтә яңылыҡтар
События и факты
24 Июль , 15:35

Булдыҡлы ир уҙаманы

Лаҡлы ауылының крәҫтиән-фермерлыҡ хужалығы башлығы Ильдар Зәйнуллин крәҫтиән эшенең нескәлектәренә күптән төшөнөп бөткән.

Булдыҡлы ир уҙаманы
Булдыҡлы ир уҙаманы

Радий Хәбиров төбәк иҡтисадының нигеҙе булған агросәнәғәт комплексына ярҙам итеүгә ҙур иғтибар бүлә. Ауыл хужалығы эш урындарын һәм аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә төп роль уйнай. Фермерҙарға төрлө ярҙам саралары, мәҫәлән, гранттар, субсидиялар һәм бөтә райондарҙа индерелгән льготалар бар.

Лаҡлы ауылының крәҫтиән-фермерлыҡ хужалығы башлығы Ильдар Зәйнуллин крәҫтиән эшенең нескәлектәренә күптән төшөнөп бөткән. Ул йыл да мал аҙығы культуралары сәсә. Быйыл ул 20 гектар майҙанға һоло, 20 гектарға вика һоло, 15 гектарға судан үләнен, 20 гектарға арпа сәскән. Был эшендә уға атаһы Юрик Ансар улы һәм ауыл уңғаны Азат Әхтәмов ярҙам иткән.
Өфө аграр университетын тамамлаған Ильдар Юрик улы 2009 йылда үҙенең крәҫтиән-фермерлыҡ хужалығын булдыра. Шунан бирле ул тырышып ауыл хужалығында эшләй, мал үрсетә. Бөгөн уның йөҙ баштан ашыу эре мөгөҙлө малы бар. “Лимузин” тоҡомло һыйыр малын ул ит өсөн үрсетә. Еңел булмаған эшен Ильдар Юрик улының уның тормош иптәше Юлиә Биктимер ҡыҙы хуплай, ҡыҙҙары Рушана, Регина һәм Ләйлә аталарына ярҙам итә. Шулай уҡ дәүләт ярҙамын файҙаланып лизингҡа техника һәм уға ҡоролмалар алған.

Ауыл хужалығында эш ауыр, әммә тырышып эшләгәндә булдырабыҙ. Бынан тыш, тырышҡандарға дәүләт тә ярҙам итергә әҙер. Беҙ ҙә шул мөмкинлек менән файҙаландыҡ, - ти ул.
Шулай уҡ тырыш ир уҙаманы ауылда йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнаша, даими бағымсылыҡ ярҙамын күрһәтә. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, ул тыуған төйәгенең бөгөнгөһө, киләсәге өсөн янып-көйөп йәшәй, ауылына мөмкин булғанса ярҙам күрһәтә. Афарин, ысын ир-егет бына шулай була!

Булдыҡлы ир уҙаманы
Булдыҡлы ир уҙаманы
Автор:Лиана Валиуллина
Читайте нас: