События и факты
18 Июль 2024, 09:44

Малаяҙҙа Коммунистик урамы төҙөкләндерелә

Унда ике ял зонаһы урынлашасаҡ, эскәмйәләр, сүп - сар өсөн урналар ҡуйыласаҡ, яҡтыртылған яңы тротуар төҙөләсәк.

Малаяҙҙа Коммунистик урамы төҙөкләндереләМалаяҙҙа Коммунистик урамы төҙөкләндерелә
Малаяҙҙа Коммунистик урамы төҙөкләндерелә

Республика башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, уңайлы ҡала мөхитен булдырыу – мөһим бурыстарҙың береһе, сөнки уңайлы йәмәғәт мөхите халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итә.

Беҙҙең районда ла халыҡҡа өсөн уңайлы мөхит булдырыу өсөн күп эштәр башҡарыла. Мәҫәлән, район үҙәге – Малаяҙ ауылында, “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһына ярашлы, Коммунистик урамы төҙөкләндерелә.
Коммунистик урамында "Салауат" кафеһынан мәсет яғына табан төҙөкләндереү эштәре дауам итә. Унда ике ял зонаһы урынлашасаҡ, эскәмйәләр, сүп - сар өсөн урналар ҡуйыласаҡ, яҡтыртылған яңы тротуар төҙөләсәк.

Автор:Лиана Валиуллина
Читайте нас