События и факты
17 Июль 2024, 10:45

Монай – халыҡтың күңелен арбай

Монай ял итеү үҙәге - район халҡы һәм ҡунаҡтар өсөн яратҡан ял итеү урыны

Монай – халыҡтың күңелен арбайМонай – халыҡтың күңелен арбай
Монай – халыҡтың күңелен арбай

Башҡортостан туристар ағымының артыуы күҙәтелгән төбәктәр иҫәбенә инә. Былтыр был маҡсатҡа 1,5 миллиард һум самаһы федераль аҡса йәлеп ителде.

Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса туризм өлкәһен алға этәреүсе компаниялар өсөн гранттар, субсидиялар, һалым түләүҙә ташламалар булдырылды, административ кәртәләр ҙә йомшартылды. 

Салауат районында ла туризм әүҙем үҫешә. Монай ял итеү үҙәге - район халҡы һәм ҡунаҡтар өсөн яратҡан ял итеү урыны булып тора.
Глемпинг 5 йыл уңышлы эшләй. Монай ял базаһы ҡунаҡтарына уңайлы тирмәләрҙә йәшәүҙе, шулай уҡ йылғаға сығыу урыны булған мунса тәҡдим итә. Башҡорт тирмәһендә йәшәүҙән дә тағы ла нимә үҙенсәлекле була ала? Тирмәнең эсендә түшәктәр, иҙәндә келәм, йылытҡыс бар. Ял базаһы территорияһында үҙ аллы аш-һыу әҙерләү өсөн бүлмә, ашхана, мангал зонаһы, душ һәм уңайлы бәҙрәф бар. Бынан тыш, бында волейбол һәм футбол майҙансыҡтары, шулай уҡ уңайлы беседкалар эшләнгән. Унда квадроциклдарҙа, сап бордтарҙа йөрөргә мөмкин.
Глемпинг хужаһы, шәхси эшҡыуар Алис Фәйзуллин әйтеүенсә, быйыл да ял базаһында яңыртыу эштәре башҡарылған. Тирмәләргә яңы чехолдар алынған, улар эстән яңыртылған, бөтә миҙгелле йорт төҙөлгән. Шулай уҡ бында яңы пирс барлыҡҡа килгән, бөтә биналарҙы тулыһынса яңыртып буяғандар. Йәйге осорҙо унда меңдән ашыу турист ял итергә килә.
Денис Третьяков был ял үҙәге хаҡында: “Монайҙа ял итергә кәңәш итәм! Унда осраҡлы ғына барып эләктек, әммә үкенмәнек! Барыһы ла оҡшаны, киләһе йылға ла бында ял итергә киләсәкбеҙ. Ҡунаҡсыллыҡ өсөн рәхмәт!, - тип яҙа социаль селтәрҙәрҙә.
Лиана ВӘЛИУЛЛИНА

Автор:Лиана Валиуллина
Читайте нас