События и факты
15 Июль 2024, 06:53

Республикала сабыйҙарҙың иң һирәк һәм популяр исемдәре билдәле булды

Башҡортостанда йыл башынан донъяға килгән сабыйҙарҙың иң һирәк һәм популяр исемдәре теркәлде.

Республикала сабыйҙарҙың иң һирәк һәм популяр исемдәре билдәле булдыРеспубликала сабыйҙарҙың иң һирәк һәм популяр исемдәре билдәле булды
Республикала сабыйҙарҙың иң һирәк һәм популяр исемдәре билдәле булды
Фото:Ксения Калинина

Исемлек ЗАГС реестрының мәғлүмәт-аналитика порталында баҫылған.

Мәҫәлән, яңы тыуған ҡыҙҙарға Фемида, Асена, Гөлсәйҙә, Майя Ада, Зәйнәп, ә малайҙарға Илиан, Ғүмәр, Аҙнай, Корюн, Эрфан кеүек һирәк исемдәр ҡушылған.

Иң популяр ҡатын-ҡыҙ исемдәре — Әминә, София, Арина, Ева, Йәсминә. Малайҙар араһында иһә Әмир, Марк, Тимур, Артем, Эмир.

Бынан алдараҡ «Башинформ» 2023 йылда Башҡортостанда 3,8 меңгә яҡын кешенең исемен алмаштырыуы тураһында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-07-15/mayya-ada-i-koryun-v-bashkirii-nazvali-samye-redkie-i-populyarnye-imena-malyshey-3848331

Автор:Ксения Калинина
Автор:"Башинформ".
Читайте нас