Cалауат районының өлгөлө, тырыш ғаиләләренең береһе – Садиҡовтар ҙа ил Президенты өсөн тауыш биреп, гражданлыҡ бурыстарын үтәне. Улар һайлауға балалары менән бергәләп килгән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн һайлауҙарҙың һуңғы көнө.