+24 °С
Дождь
Әлкә ауылының баш ағинәйе Ләлә Кәримова һайлауға милли күлдәктә килеп, ил етәксеһе өсөн үҙ тауышын биргән. Ләлә апай ауылда үткәрелгән бер саранан да ситтә ҡалмай, бар ерҙә лә өлгөрә. Мөһим ваҡиғаға ул тормош иптәше Рәйес Кәримов менән килгән.
- Үҙ ғүмеремдә бер тапҡыр ҙа һайлауға бармайынса ҡалғаным булманы. Был барыһы өсөн дә мөһим булырға тейеш. Илебеҙҙең киләсәге өсөн беҙ тауыш бирмәй, кем бирһен, - ти ул.